Мораҙым
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль , 09:26

Хәтерҙе нисек яҡшыртырға?

Хәҙерге заманда ололар ғына түгел, хатта йәштәр ҙә хәтер насарайыуына зарлана. Берәүҙәр бер аҙна элек нимә булғанын иҫләмәһә, икенселәр иртән нимә ашауын да онота. Бының сәбәптәре нимәлә? Һәм быға нисек юл ҡуймаҫҡа?

Хәтерҙе нисек яҡшыртырға?
Хәтерҙе нисек яҡшыртырға?

 Хәҙерге заманда күптәр хәтер насарайыуына зарлана. Берәүҙәр бер аҙна элек нимә булғанын иҫләмәһә, икенселәр иртән нимә ашауын да онота. Был күренеш айырыуса 40-50 йәштән уҙғандарға хас.

40 йәштән һуң хәтерҙең насарайыуының сәбәптәре һәм проблеманы хәл итеү өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәклеге хаҡында табип-невролог М.Красилованың яҙғандарына таянып, яуап биреп ҡарайыҡ.

 - Әгәр белемгә даими нигеҙҙә мохтажлыҡ булмаһа, улар яйлап онотола, - ти табип-невролог. -  Был беҙҙең хәтер өсөн ғәҙәти хәл. Әммә 40 йәштән уҙғандар файҙалы мәғлүмәтте йышыраҡ онота башлауын тоя. Уларға кәрәкле һүҙҙе тиҙ генә әйтеү йәки үткән аҙнала танышҡан кешенең исемен иҫкә төшөрөү ҙә ауырлаша.

 Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр шуны күрһәтә:  йәш кешеләрҙең хәтеренең насарайыуының иң төп сәбәбе — бөтә ҡабул итеү каналдары (телевизор, телефон, компьютер һәм башҡа гаджеттар) аша үтеп инеүсе мәғлүмәттең артыуы. Ысынлап та, кәрәкккә-кәрәкмәгән мәғлүмәттәр бик күп, уларҙың күбеһе интернет аша аңыбыҙға, хатта беҙҙең ихтыярыбыҙҙан тыш, инә.

 Ни хәл итәһең, шундай быуатта йәшәйбеҙ. Бик күп мөһим һәм кәрәкле мәғлүмәттәрҙе, бурыстарҙы аңыбыҙҙа тотоу кәрәклеге тәбиғи рәүештә нимәнелер юғалтыуға һәм онотоуға килтерә.

 Йәштәргә хас онотоусанлыҡтың икенсе бик мөһим аспекты - хеҙмәт һәм ял режимының боҙолоуы. Эштәге артыҡ йөкләмәләр, яйға һалынмаған эш көнө, ял көндәренең аҙ булыуы йәки бөтөнләй булмауы, сиктән тыш талсығыу баш мейеһенең “арыуына” килтерә. Һөҙөмтәлә баш ял итергә өлгөрмәй һәм шуға ярашлы сифатлы эшләүҙән туҡтай. Мейе функцияларының торошо тәбиғи рәүештә башҡа ағзалар һәм системалар торошона йоғонто яһай. Сөнки кеше тәнендәге бөтә нәмә бер-береһенә бәйле.

 Юғары ҡан баҫымы, шәкәр диабеты, һимереү, ашҡаҙан-эсәк юлдары функцияһының тайпылышы, ҡалҡан биҙе патологияһы кеүек хроник ауырыуҙар шулай уҡ мейе эшмәкәрлегенең боҙолоуына килтереүе мөмкин. Шулай уҡ 40 йәштәрҙәгеләрҙең хәтеренең түбәнәйеүенә күңел төшөнкөлөгө, депрессия ла тәьҫир итә. Бик аҙ осраҡтарҙа (өлкән йәштәгеләрҙән айырмалы рәүештә) хәтер түбәнәйеү нигеҙендә ҡан тамырҙары боҙолоуы, нейродегенерация ятырға мөмкин.

Хәҙер иһә хәтер боҙолмаһын өсөн нимәләр эшләргә икәнлеген ҡарайыҡ.  

  1. Көн һайын йоҡо 7 сәғәттән дә кәм булмаҫҡа тейеш.
  2. Эш көнөнөң оҙонлоғо мөһим: эшегеҙҙе тамамлағандан һуң өйгә ҡайтыу һәм башты ял иттереү яҡшы.
  3. Даими ял итеү һәм ял көндәре булыуы ла мөһим.
  4. Физик күнегеүҙәр эшләгеҙ, даими физик әүҙемлек хәтерҙе һәм когнитив функцияларҙы яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Тикшеренеүҙәр ҙә шуны раҫлай. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип белмәй әйтмәгәндәр: физик әүҙемлек ғүмерҙе оҙайтып ҡына ҡалмай, мейе эшмәкәрлеген дә тәьмин итә.
  5. Һаулыҡты ҡайғыртыу һәм булған ауырыуҙарҙы контролдә тотоу кәрәк.
  6. Мейене эшләтеү ҙә хәтерҙе нығытырға һәм уның эшмәкәрлеген яҡшыртырға ярҙам итә. Кроссвордтар, башватҡыстар сисегеҙ, шахмат йәки башҡа өҫтәл уйындары уйнағыҙ, яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырығыҙ, сит телдәрҙе өйрәнегеҙ, яңы китаптар уҡығыҙ.
  7. Көн аҙағында үҙ фекерҙәреңде һәм ваҡиғаларҙы яҙып барыу ҙа хәтерҙе нығытырға һәм уның эшен яҡшыртырға булышлыҡ итә ала.
Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас