– Ало-о-о... Апай...Лилиә йоҡо аралаш кем шылтыратыуын да ҡарамайынса телефонын алғайны, кесе һеңлеһенең үкһегән тауышынан йөрәге дарҫлап тибергә тотондо. “Ғәлиә!” – тигән йүгерек уй үтте
башынан, йоҡоһо һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.
– Иҫәнме?
– Юҡ шул... Юлда уҡ үлгән...
– Тағы туҡмағанмы?
– Белмәйем. Табиптарға, икенсе ҡатҡа менеп килгәндә аяғы тайып китте лә, тәгәрәп төштө, тигән.
– Йыртҡыс... Һин эштәме?
– Эйе. Тик янына инергә ниңәлер ҡурҡам, апай.
– Хәҙер барып етәм.
Ҡатын кейенеп, бит-ҡулын йыуҙы ла ҡулына сумкаһын алды. “Нимәләр алырға? Бындай саҡта нимә кәрәк һуң әле? Аҡса, телефон... Өй һәм машина асҡысы ҡайҙа һуң әле?.. Тәк, машина йөрөтә аламмы бөгөн? Юҡ, такси саҡыртырға кәрәк... Әллә эштән берәйһен саҡыртырғамы? Сәғәт таңғы биш, был ваҡытта барыһы ла йоҡлай. Такси...” – Лилиә, йүгерек уйҙары менән ярышып тигәндәй йыйынып, тышҡа сыҡты ла таксиҙа дауаханаға юлланды.
“Эй, һеңлекәшем минең... Белдем бит ошондай хәлдең булыуын... Күпме әйттем, күпме инәлдем – аңламаның! Ғүмереңдең иң матур мәлендә ят инде үлеп... Сәскә кеүек сағыңда юҡҡа сығарған теге йыртҡыстың берәй ваҡыт кеше көнлө булып ултырғанын күрһәм икән. Билләһи ҡарғайым! Һиңә күтәргән ҡулы ҡороһон, типкән аяҡтары атламаҫ булһын...” – илай-илай юлдың үткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Шофер өндәшкәс кенә машинаның ҙур ҡапҡа янында туҡтауын абайлап ҡалды. Һеңлеһе шылтыратҡандыр – һаҡсы егет документына күҙ һалды ла үткәреп ебәрҙе.
– Морг — дүрт ҡатлы бинаның подвалында. Тимер ишек янында көтөгөҙ, Вәлимә Бариевна хәҙер килә...
...Апалы-һеңлеле, икәүләшеп, ярым ҡараңғы коридор буйлап үттеләр.
– Бер кем дә юҡмы әллә?
– Кем булһын инде? Эксперт, сәғәт 8-се китеүгә килермен, тип вәғәҙә бирҙе инде. Унан хәбәр булмайынса полиция ла килмәйәсәк.
– Һиңә Ғәлиә үҙе шылтыраттымы?
– Юҡ. “Тиҙ ярҙам”ды Юлай саҡыртҡан. Бер ҡатынды килтергәйнеләр, һуҡыр эсәгенә операция яһарға тура килде. Сығыуыма шәфҡәт туташы, хәҙер килтерәләр, ти. Белеп бөттөләр бит инде... Аҫҡа төшөп көтөп тора инем, юлда үлде, тинеләр. Терапевт килеп, документ тултырҙы. Ә мин янына ла бара алманым...
Лилиә һеңлеһенең мәйетенә ҡаплаған япманы күтәрҙе. Сәсе туҙған, биттәре 3 – 4 урындан күгәргән, ирен сите шешенеп ҡанға ҡатҡан һеңлеһенең йөҙө йөрәген әрнетте. Кейемендә лә ҡанлы таптар күренә.
– Йә, Хоҙай, шул тиклем дә ҡанһыҙлыҡ булыр икән...
– Апай, быға тиклем нисек кенә туҡмаһа ла йөҙөн күгәртмәй ине бит. Бәлки, ысынлап, баҫҡыстан ҡолағандыр?
– Ҡолаған хәлдә лә уның ярҙамы менән инде. Ярай, экспертизаны көтәйек. Унһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай, – апалы-һеңлеле ҡатындар яйлап ҡына тышҡа сыҡты. Ҡапыл Лилиә, аңына килгәндәй, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Балалар ҡайҙа икән? Икеһе лә ҡайтҡайны түгелме?
– Ошолай булырын һиҙгәндер ул, ике көн элек үк, иҙән буяйым, тигән һылтау менән беҙгә ебәргәйне.
– Һиҙгәс, ниңә үҙе лә китмәне икән? Миңә шылтыратһа ла булыр ине...
– Беләһең бит: бындай ваҡытта һине борсорға теләмәне. Беренсенән, үҙеңде ғәйепле тоясаҡһың, икенсенән, әйткәнде тыңламайһың, тип әрләй инең бит.
– Тыңламаны шул! Һәм бына аҙағы нисек бөттө!? Ошоно белеп тә инәлдем, әрләнем, иланым инде...
Тыштағы эскәмйәлә бер аҙ ултырыуға Вәлимәнең телефоны шылтыраны.
– Апай, мине бүлеккә саҡырталар. Әйҙә минең менән.
– Юҡ, ошонда ғына ултырып торам. Артабан нимә эшләргә икәнен уйларға кәрәк. Балалар менән... Теге хайуанды былай ғына ҡалдырырға ярамай.
– Мин, дежурство бөтөү менән, килермен. Ярты сәғәттән эксперт та килеп етер инде, – тип Вәлимә эш урынына китте.
Ысынлап та, Лилиә һеңлеһе алдында үҙен ғәйепле тоя ине. Шуға күңеле менән хәлдәрҙең ошолайыраҡ тамамланырын алдан һиҙемләһә лә, һеңлеһенең үлеме күңелен тетрәтте.
Бәләкәй генә ҡалала тыуып үҫһәләр ҙә, ире Салауат менән Лилиә Өфөгә уҡырға килгәс танышты. Бер үк уҡыу йортоноң бер үк факультетында, бары тик егет өс курсҡа ғына алда уҡый булып сыҡты. Йәштәр араһындағы дуҫлыҡ яйлап мөхәббәткә әүерелде. Эшкә уңған, үҙенә ҡарата иғтибарлы булған, ярҙамсыл, мөләйем егет ҡыҙҙың күңелен көндән-көн нығыраҡ яуланы. Диплом алған йылды Салауат уны туғандары менән таныштырырға өйҙәренә саҡырҙы. Ата-әсәһе, ике һеңлеһе ҡыҙҙы тәү күреүҙән яратып, яҡын итеп ҡабул итте. Шунда уҡ туй тураһында ла һүҙ ҡуҙғаттылар.
– Тағы ла бер йыл Өфөлә эшләп торам да, өйләнешәбеҙ. Аҙаҡҡы ике йыл уҡыуын Лилиә ситтән тороп тамамлар. Үҙебеҙгә ҡайтабыҙ, икебеҙгә лә эш булыр, тип уйлайым. Тимәк, туйҙы тағы берәр йыл сабыр ғына көтөгөҙ, – тип пландарын һөйләп бирҙе Салауат. Икенсе көнөнә ҡыҙ ҙа уны үҙ ғаиләһе – әсәһе һәм ике һеңлеһе менән таныштырҙы.
Салауаттың тағы ла бер ҡустыһы – Юлай ҙа бар ине. Танышҡан мәлдә ул әрме сафында булып ҡалды. Фотоһын күргәс, Лилиә аптырап китте: ағаһына шул тиклем оҡшаш ине ул. Бары тик уның сәстәре сөм-ҡара булып, бөҙрәләнеп торһа, Юлайҙыҡы ерәнгә тартым. Буласаҡ ире менән оҡшаш булғанғамы, Лилиә уны күрмәҫ борон уҡ үҙ итте лә ҡуйҙы. Бер заман үҙенең үксәһенә баҫа яҙып үҫеп килгән Ғәлиә һеңлеһе менән таныштырып ҡарарға кәрәк, тигән уй килде. Юлай әрме хеҙмәтенән ҡайтышлай ағаһы янына туҡталғайны, ниәтен тормошҡа ашырырға була, һеңлеһен эйәртеп, ҡунаҡҡа барып килделәр.
Лилиәнең шатлығына күрә йәштәр бер-береһен оҡшатҡан кеүек булды. Ғәлиәне дөйөм ятаҡҡа тиклем оҙата киткән Юлай ике сәғәттәй йөрөп ҡайтты. Уларҙың дуҫлығына һалынған нигеҙҙе нығытыу өсөн, ҡыҙ һөйгәненә туйҙарына шаһит итеп бер туғандарын алырға тәҡдим итте. “Ҡоҙа менән ҡоҙаса – мөхәббәткә юл аса!” – тип шаярышҡан ҡунаҡтар Юлайҙың: “Ярты йылдан беҙ ҙә туй үткәрәбеҙ”, – тигән һүҙенән тағы ла гөрләшеп китте. “Һай, ҡоҙа, ике улың да ут! Беҙҙең нәҫелдең бынамын тигән ике ҡыҙын эләктерҙеләр бит, ә!” – тип ике туған ағалары бейеп үк китте.
– Ҡотлайым, һеңлекәшем! Аллаһ бирһә, апалы-һеңлеле генә түгел, килендәштәр ҙә булып, ҡатнашып, аралашып йәшәрбеҙ! – тип ҡыуанысынан апаһы Ғәлиәне ҡосаҡлап уҡ алды. – Шул тиклем матур ғаилә улар, еҙнәң дә, ҡоҙағыйҙарың да — һәйбәт кешеләр. Матур урынға төшәбеҙ, шөкөр!
Тик апай кешенең шатлыҡтары ғына оҙаҡҡа барманы. Мискә балды боҙған бер ҡашыҡ дегет кеүек, Юлай ҙа күркәм ғаиләнең ҡотон ебәреүсе әҙәм булып сыҡты. Ғаилә тормошоноң башында Ғәлиә бер нәмә лә һиҙҙермәне. Бер-бер артлы ҡыҙҙары тыуҙы, өй һалып сыҡтылар, машина алдылар. Лилиәләрҙең дә тормошо үҙ яйы менән аҡты. Серҙе медицина университетын тамамлап, хирург булып эшләүсе Вәлимә һеңлеһе асты.
– Апай, Юлай еҙнәй Ғәлиә апайҙы туҡмай. Тәүгеләрендә хәле ул тиклем үк насар түгел ине. Кисә ҡотом осоп ҡайттым. Дауаханаға кил, тиһәм тыңламай...
– Нисек? Тегеләрендә?! Туҡмалғанын алдан белеп, яңы әйтеп тораһыңмы?!
– Бер кемгә лә әйтмә, тине. Был юлы ла әйтмәҫ инем, хәле шәптән түгел. Рентген, УЗИ эшләтергә кәрәк, эстән зыян килгәнгә оҡшай.
Лилиә хәлдең айышын белгәс, терһәген тешләрҙәй булды. Кешеләр араһында һин дә мин йөрөгән кейәү-ҡәйнеше псик ауырыу хәлендәге көнләшкән ир булып сыҡты. Һаулыҡ һорашҡан, урамда һүҙ ҡушҡан һәр ирҙә уның һөйәрен күреп, тауыш сығарыуы етмәгән, йыртҡыстарса туҡмарға ла күп һорамай икән. Ғәлиәнең, ипотека түләүгә ҡарамаҫтан эшен ташлағанға, ҡунаҡтарға йөрөмәүенә, социаль селтәрҙәргә теркәлмәүенә гел аптырай ине. “Апай, бөтә ваҡытымды ғаиләм, балаларым ала бит,” – тип кенә яуапланы шул турала бер мәл һүҙ сыҡҡас. Бына ҡайҙа булған икән ғилләһе! Салауатын эйәртеп барып, урынынан да тора алмай ятҡан һеңлеһенә үҙе “Тиҙ ярҙам” саҡырҙы. Юҡҡа борсолмаған икән табип һеңлеһе Вәлимә: Ғәлиәнең ике ҡабырғаһы һынғайны. Тик ул полицияға ғариза яҙыуҙан баш тартты:
– Юлай унда эшләгәс, бер ниндәй ҙә сара күрмәйәсәктәр. Өс йыл элек һөнәри байрамдарын ғаиләләр менән бергә үткәргәйнек. Шунда ла эсеп алып, бөтә ғәм алдында туҡманы. Береһе бер араламаны, яҡлашманы.
– Йыш эләгәме инде туҡмаҡ?
– Аҙна һайын тигәндәй...
– Ниңә беҙгә әйтмәнең? Еҙнәйең һөйләшеп ҡарар ине үҙе менән. Бәлки аңлар...
– Юҡ, апай, зинһар, еҙнәйҙе ҡыҫтырма бында. Былай ҙа бер осор: “Салауат икегеҙ менән дә гулять итеп-итеп, һине миңә ҡушып ҡуйҙы,” – тип теңкәмде ҡоротто. Яҡлашып берәй һүҙ әйтһә, ҡабат башлаясаҡ.
– Бер ниндәй ҙә ҡабат булмаясаҡ. Мин һине күрәләтә туҡматып йәшәтмәйәсәкмен. Балаларыңа ла, үҙеңә лә урын табырбыҙ. Дауахананан тура әсәй янына ҡайтасаҡһың!
Өс йыл айырым йәшәне туғандары. Юлай балалары янына килеп-китеп йөрөнө, әммә ҡатыны алдында ғәфү үтенеү, уны кире ҡайтарыу тураһында һүҙ ҡуҙғатманы. Лилиә Салауат менән араһын боҙмаҫ өсөн кейәүе тураһында һүҙ ҡуҙғалтмаҫҡа тырышты. Тик ул да (шулай уҡ ата-әсәһе лә, һеңлеләре лә) туғанының тормошо барып сыҡмағанға ҡайғыра ине. Һөйләшергә тырышып ҡараны, әммә Юлайҙың үҙ туҡһаны туҡһан булып ҡалды.
– Уйнаш итеүен әллә ни күреп айырылды балдыҙың. Алимент аҡсаһына рәхәтләнеп йәшәгеһе килә. Әйҙә, рәхәтләнһен. Мин инәлергә йыйынмайым. Ҡыуып сығарманым – йәшәргә уйы булһа үҙе ҡайтһын...
Бер аҙҙан уның бер урыҫ ҡатыны менән сыуалып китеүен, өйөнә алып ҡайтып йөрөүен ҡатынына еткергәндәр.
– Апай, ғәфү ит, Юлайға кире ҡайтам. Өйләнеп, балаларым тыуһа, өйҙө теге ҡатынға яҙҙырам, ти. Унда бит минең дә көс, өлөш бар бит. Ике ҡатлы йортто күнәкләп цемент ташып штукатурланым, ремонт өсөн күпме ҡул көсөмдө түктем.
– Ғәлиә, урамда ултырмайһың бит!
– Был — әсәйҙең өйө. Унан ҡалһа, өсөбөҙ ҙә уның балаһы, тимәк, йорт та барыбыҙға тейеш. Ә мин балаларымдың үҙ өйө булыуын теләйем...
Нисек кенә өгөтләһә лә, һеңлеһен кире күндерә алманы – ҡабат ҡайтып, Юлай менән йәшәй башланы. Ҡул күтәреүҙәр, талаш ҡабат башланды. Ике йыл элек Салауаты эш урынында ҡазаланып, мәрхүм булды. Ойошмалары ғаилә судҡа бирмәһен өсөн ҙур күләмдә компенсация түләне. Бер килке ҡайғыһынан аңҡы-тиңке булып йөнө лә, шунда Ғәлиә менән һуңғы тапҡыр ҡаты һөйләшеп алды.
– Һеңлем, йортом ҙур, иркен, әсәйҙе үҙемә күсереп алам. Балалар ҡырҙа, барыбер үҙем генә йәшәйем. Фатирҙы һат, еҙнәңә килгән аҡсаны ла тотошлайы менән һиңә бирәм. Өфөнән фатир, хатта бәләкәйерәк йорт алырға етәсәк. Зинһар, Юлай менән айырыл!
– Апай, ниңә мине шул тиклем яңғыҙ иткең килә һуң?
– Сөнки һинең һау-сәләмәт һәм бәхетле булыуыңды теләйем! Сөнки һинең алдыңда ғәйеплемен: бер туғандар, һәйбәт кешеләр, тип үҙем һеҙҙе ҡауыштырҙым. Шул саҡта ныҡ яңлыштым. Ана шул ғәйебемде, яңылышлығымды юйғым килә. Кит, Ғәлиә. Йәшәр урының булыр, балаларың тыныс йәшәр...
– Һин фатирҙы һат, тиһең. Ә унда бит Вәлимәнең дә өлөшө бар. Риза булмаһа?
– Булыр. Булмаһа, уның өлөшөн кредит алып, үҙем бирәм.
– Юҡ, апай. Минең һеҙгә бурыслы булып ҡалғым килмәй. Икенсенән, йәшәгән йортта минең дә, балаларҙың да өлөшө бар. Ниндәйҙер бисәләр рәхәтләнһен, тип көс түкмәнем унда...
Үпкәлене Лилиә һеңлеһенә. Башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғалтманы. Хәйер, Ғәлиә үҙе лә апаһынан ситләшә төштө.
– Йорт, өлөш тип туҡмаҡҡа түҙеп йөрөнөң-йөрөнөң дә, бына барыһы ла торҙо ла ҡалды. Бер нәмәне лә алып китеп булмай, һеңлекәшем. Хәҙер балаларың әсәйһеҙ ҡалды. Бына улар кемдәр ҡулына ҡала, шуны уйламаның... – быға тиклем сабыр булырға тырышҡан Лилиә үкһеп илап ебәрҙе.
Күпме шулай ултырғандыр, телефоны шылтырағас ҡына иҫенә килгәндәй булды. Вәлимәнең ире – полицияла эшләүсе Ильяс кейәүе икән.
– Ҡайынбикә, Юлай бажай яңы килеп, ҡатынымды үлтерҙем, тип ғариза яҙған. Үҙ хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус изоляторға ябып ҡуйҙылар. Хәҙер тикшереү эштәре башланасаҡ. Ерләү, документ эштәрен, туғандарға хәбәр итеүҙе үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ инде, йәме.
– Ярай... – телефонын һүндергәс, үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы. – Ябып ҡуйыуҙан хәҙер ни фәтеүә... Балаларға – әсәй, әсәһенә балаһын кире ҡайтарып булмай бит...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.