ЙӘМҒИӘТ
21 Апреля , 11:46

Төбәк йәме – егәрле, йомарт күңелле уңғандарҙа

Төбәктәрҙең бөгөнгөһөн һәм киләсәген, халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләү, уның мәҙәни, сәйәси аңын үҫтереүгә булышлыҡ итеү кеүек изге лә, ҡатмарлы ла бурыстар төшә улар иңенә. Урындағы үҙидара эштәрен намыҫ менән башҡарыр өсөн сабырлыҡ, яуаплылыҡ, төплө белем, киң даирәле булыу талап ителә.  Бөгөнгө яҙмабыҙ геройы Зөмәрә Байғүбәкова, Нуҡай ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе, тап шундай күркәм сифаттарға эйә лә инде! Ошо төбәккә тынғыһыҙ булмышы, намыҫлы хеҙмәте менән йән һәм ҡот өҫтәүсе яуаплы хеҙмәткәр һәр эшкә ҡулдары тилбер уңған хужабикә лә, ғүмер йомғағын 38 йыл бергә-бергә татыулыҡта һүткән тормош юлдашы өсөн ышаныслы ҡатын да, дүрт балаһы өсөн йән атып тороусы хәстәрлекле әсә лә.

Төбәк йәме – егәрле, йомарт күңелле уңғандарҙаТөбәк йәме – егәрле, йомарт күңелле уңғандарҙа
Төбәк йәме – егәрле, йомарт күңелле уңғандарҙа

- Мин эш башлағанда ауылда компьютер тигән нәмә юҡ ине, бар ғүмеребеҙ халыҡ араһында үтте. Үҙем Нуҡай ҡыҙы булғас, һәр кешене яҡшы беләм, урындағы халыҡтың һулышын тоям, шуға күрә лә был эш күңелемә тиҙ ятты. Хәҙер, дөрөҫ, икенсерәк заман, күпселек ваҡыт компьютер артында үтә. Әммә барыбер ҙә төп бурысыбыҙ халыҡ менән эшләүҙән, ауылда тәртип, таҙалыҡ булдырыуҙан ғибәрәт. Кешеләр араһында төрлөләре бар, һәр кемдә айырым холоҡ-фиғел, әммә беҙ намыҫ һәм бурысыбыҙ буйынса һәр ҡайһыһына иғтибар бүлергә тейешбеҙ, - тип әйтеп алды Зөмәрә Кәрим ҡыҙы кисәге һәм бөгөнгөнө ҡыҫҡаса сағыштырып.

 Сабыр холҡо, бик һирәктәргә хас ҡатын-ҡыҙ нәзәкәтлелеге менән арбаусы гүзәл зат нәҡ ошо эшендә йылдар дауамында  кешеләрҙе, ауыл халҡын нисек бар шулай яратырға, һәр ҡайһыһына иғтибарлы булырға күнеккән. Халыҡ һаны кәмей, буш йорттар арта – шуныһы бер аҙ эсен бошора бошороуын, әммә күңелдәре менән һис төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, мәҙәниәт, мәктәп (башланғыс кластар ғына хәҙер), ФАП эшсәндәре менән берлектә урындағы халыҡтың мәҙәни һәм рухи үҫешенә булышлыҡ итеп, төбәктең ҡотон һаҡлар өсөн бар тырышлығын һала. Яҙға яңы аяҡ баҫыуыбыҙға ҡарамаҫтан, Нуҡай ауылы урамдарының, социаль объекттарҙың эргә-тирәһе таҙа, тәртиптә булыуы уҡ урында экологик өмәләрҙең даими уҙғарылыуы хаҡында һөйләп торғандай. Бар ғүмерен яуаплы вазифаға бағышлаған Нуҡай ауылы биләмәһе башлығы Риф Зариф улы Байғүбәков ныҡышмаллығы, тырышлығы ярҙамында иман йортоноң рәсмиләштерелеүе лә оло ҡыуаныс. Ауылдың имам-хатибы Хәниф Әҙелғужин үҙе лә йәмәғәте менән гөрләтеп донъя көтөп, ауыл халҡына  өлгө булып тора. Аҙан моңон тыңлаған, мәсеткә йөрөгән халыҡтың иманы, ә ауылдың ҡото бар.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас