Хикәйә
Ҡан көсө
- Мин ҡайҙа?
Иҫенә килгәс тә уның беренсе һорауы шул булды.
- Дауаханала.
Алина шәфҡәт туташының яуабын әллә ишетте, әллә юҡ. Бөтә тәне үлемесле һыҙлай, башы тубал кеүек, бер күҙе елем менән йәбештерелгәнме ни – асылмай. Аяҡтарына таш бауланғандай, бер бармағын да ҡыбырлата алмай.
-А-а-а!-А-а-а!
Ҡапыл үҙен белештермәйенсә ҡысҡырған ыңғайға башын уңлы-һуллы болғарға кереште. Укол эшләй һалдылар. Тынысланды, ойоно.
Эт йәнле әҙәмдәр була бит донъяла. Ике-өс көн эсендә табиптар күҙәтеүе аҫтында йүнәлеүгә китте. Өс тәүлек тигәндә дөйөм палатаға күсерҙеләр. Көс – хәл менән булһа ла арҡаһын мендәргә терәп тороп ултыра башланы. Яйлап барыһы ла иҫенә төштө. Ләкин бер нәмәне генә хәтерләй алманы – кем йыуындырған, тырнаҡтарын ҡырҡҡан, сәсен тарап тәртипкә килтергән? Ҡатын үҙенең ҡасан һуңғы тапҡыр йыуынғанын да иҫләмәй: тырнаҡтары еткән, сәсе-башы һабын-һыу күрмәгән, кейем генәһенең төҫө лә беленмәй ине.
Уны “Тиҙ ярҙам” машинаһы ярым үлек хәлдә подъезд төбөндә ятҡан еренән алып килгәйне. Машина салоны даими йыуылып, елләтелеп торһа ла, Алинанан ҡалған үҙенсәлекле еҫ бөтмәй аптыратты.
Әле бер таҙа түшәк-ҡаралтыға, бер дарыу еҫе килгән халатына ҡараны ла күңеле тулды. Йә Хоҙай, шайтан һыуына иманын һатҡан әҙәмдең күңел төбөндә хәтирәләр һаҡланыр икән!
Бала сағын иҫләне... Ата-әсәһе өрмәгән ергә ултыртманы уны. Аҡтан-аҡ, пактан-пак кейемдәр кейҙе, ни теләһә – шуны ашаны. Ни һораһа, шуны алып биреп, бер алдына, бер артына сығып, саманан тыш иркәләп үҫтерҙеләр. Үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле булып буй еткерҙе. Этеп-төртөп 9-сы класты тамамланы ла башҡаса уҡырға теләмәне. Юғары белемле, абруйлы ата-әсә өсөн был оло фажиғәғә әйләнде. Өйҙә буштан-юҡҡа бәхәс сыҡты. Алина ата-әсәһе өҫтөнән хакимдар булды, уларҙы тыңламаны, кәңәштәрен инҡар итте. Үҙе кеүек “дуҫтар”, әшнәләр тапты. Ситтә ҡунып ҡалырға ла тартынманы.
Ата-әсә ҡара ҡайғыға ҡалды. Уларҙың әңгәмәһенә ҡолаҡ һалһаҡ, ошондайыраҡ хәбәрҙе ишетер инек:
- Бала алайыҡ та, бала алайыҡ, тинең. Һинең һүҙеңә ышанып, аңды-тоңдо айырмайынса, - әсә кеше шым ғына иларға тотондо.
- Ғәйебемде таныйым, әсәһе. Әммә һуң, һуң хәҙер, бер ни эшләп булмай. Күпме балаһыҙ ҡаңғырҙыҡ бит! Беҙҙең дә ҡыҙыбыҙ булыр тип кенә эшләнгән эш ине...
...Икеһе лә юғары белемле йәштәр районға эшкә ҡайтҡайны. Береһе – уҡытыусы, береһе – шәфҡәт туташы. Ғаилә ҡорҙолар. Фатирлы булдылар. Әммә йыл артынан йыл үтһә лә ҡатын кеше балаға уҙа алманы. Ун ете йыл йәшәп ташланылар, әммә балалары булманы. Бирмәһә, Хоҙай бирмәй ҙә ҡуя шул.
Ҡатын кеше дауаханала эшләү дәүерендә күпме сабыйҙы ҡулына алды, күпме ата-әсәнең бәхетле йөҙҙәрен күрҙе. Бер дежурство ваҡытында йәш кенә йөклө ҡатынды алып килделәр. Тулғағы башланғас, мәжлестән тура дауаханаға алып киткәндәр. Шалҡандай ап-аҡ ҡыҙ балаһы донъяға килде. Сабыйын имеҙергә килтергәс, аяҡ терәп ҡаршы торҙо: “Юҡ, кәрәкмәй, алып китегеҙ, алмайым, кәрәкмәй!”
Ике уйлап тормай балаһынан баш тартты әсә. Кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйып, бер ни булмағандай, текә баҫып сығып китте. Бына шунда тәүәккәлләне лә инде ир менән ҡатын – ошо баланы алырға! Тиҙ генә кәңәшләшеп, мәсьәләне хәл итеп тә ҡуйҙылар. Уларҙан да бәхетле кеше юҡ кеүек ине. Балалы булдылар! Донъялары түңәрәкләнде.
Их, терһәк яҡын да бит, тешләп булмай. Үкенеүҙән файҙа юҡ...
Бер мәлде Алиналары иҫерек ҡайтты. Атай кеше сығырынан сыҡты. Шулай булмай ни, күпме түҙергә була! Әҙ булдымы ни артынан эҙләп йөрөүҙәр, төнө буйы “ана ҡайта, бына ҡайта” тип көтөп ултырыуҙар. “Әгәр ҙә беҙ алмаған булһаҡ, балалар йортонда күрмәгәнеңде күрер инең!” тип ысҡынды атай ауыҙынан. Ул көндө ҡыҙ бер ни өндәшмәй бүлмәһенә инеп китһә лә, иртән торғас “тамаша” күрһәтте, туйғансы боларҙы, өҫтәлдәге һауыт-һабаны һыпырып төшөрҙө, бер-икеһен стенаға ҡуша елгәрҙе. Ярһыуы баҫылғас, ишекте тибеп асып сығып китте. Әсәй кеше йөрәген тотоп түшәккә йығылды. Шул ятыуҙан торманы, табиптан табипҡа йөрөтөүҙәр ҙә ярҙам итмәне – донъя ҡуйҙы. Ҡатынынан ҡалғас, ирҙең донъяһының аҫты-өҫкә килде. Алина тамам оятһыҙланды. Әшнәләрен өйгә йыйҙы, кәйеф-сафа ҡороуҙары йышайҙы. Атаһын өйҙән ҡыуып сығарырға ла тартынманы.
Шундай хәлдәр менән йәй үтте, һалҡын көҙ етте. Йәй буйы гаражда йәшәүгә яраҡлашҡан атай кеше ныҡлы ҡарарға килде. “Ирме мин, түгелме? Барыһын да ҡыуып сығарам да ишек йоҙағын алмаштырам!”. Шулай тип тәүәккәлләп ҡайтып ингәйне бер саҡ. Эсеп ултырған мәлдәренә тап килде.
“Ашҡа тараҡан булып төштөң!”- тип бәйләнде йәшерәге. Күҙҙәрендә өмөт юҡ, мейеләрен эскәндәре күренеп тора. Әллә ниңә сығып ҡына өлгөрмәне шунда. Бер йығып алғас, туҡмаҡтар эләкте генә, ыһылдашып киттеләр хатта. Нисек тә тороп сыҡты тышҡа, гаражына инеп йығылды. Ирҙең күҙҙәренән әсе йәштәр аҡты. Күңеле иланы. Оҙаҡ күренмәгәс, күҙ күргән кешеләре эҙләп килгәндә, уның тәне һыуынып бөткәйне инде.
Ошо ерҙә Алинаға әйләнеп ҡайтайыҡ. Палатала яңғыҙы түгел, алты кеше яталар. Кисә бер оло апайға операция яһанылар, үҙе биш бала әсәһе. Ябай ғына ауыл ҡатыны. Балалары йән атып, береһе артынан береһе шылтыратып тора. Яҡын йәшәгәндәре килеп тә еткән. Әсәй ҙә әсәй тип өҙөлөп торалар. Шуларға ҡарап ята торғас, Алина үҙен япа-яңғыҙ итеп тойҙо. Бар ғаләмгә асыуы килде. “Хватит болтать!” - тип екерҙе лә, стена яғына әйләнеп ятты. Үлтереп эскеһе килде.
Аяғына баҫып йөрөй башлағас, дауаханан һорап сыҡты. Фатирына ҡайтты. Ишек ярым асыҡ. Өйгә баш тыҡҡыһыҙ, бола, бысраҡ. Кухняға үтте. Төтөн аша эсеп ултырған йән эйәләре күренә. Апаруҡ булып алғандар. Алинаны күргәс, ҡанатланып киттеләр. Ҡойоп бирҙеләр. Ҡатын ярты стаканды еңел бушатты. Шыйыҡса ашҡаҙанға барып төшөү менән бөтә тәненә йылылыҡ йүгергәндәй булды.
Был ғына етмәне быларға, икенсе адрес буйынса киттеләр. Төнө буйы эстеләр. Йәшерәге рулдә, машинаны ҡыуа ғына, Алинаның “Да тише ты, че разогнался?!” тиеүенә ҡаршы әсе һүгенеп ҡуйҙы. Бер тыҡрыҡҡа боролған ерҙә, китеп барышлай Алинаны машинанан ырғытып киттеләр. Ҡалғаны беҙгә билдәһеҙ. “Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай” тигәндәре дөрөҫтөр. Урыҫ әйтмешләй, “против крови не попрешь!”
Ҡыҫҡаһы – генетика. Алманан – алма, грушанан – груша тыуа, бер ҙә киреһенсә түгел.
Ғәлиә ӘЛИМҒУЖИНА.
Мораҡ ауылы.