Хеҙмәт дәүерендә район мәҙәниәт өлкәһен күтәреүгә ҙур көс һалған Наилә апай Ҡолшәрипова ла хәҙер инде ике тиҫтә йыл хаҡлы ялдағы тормоштоң тәмен белеп, тормош иптәше Айрат ағай менән һәр көндөң йәмен тойоп, матур итеп донъя көтә.
Ҡасҡын ауылы ҡыҙы ул – Наилә апай. Барлығы өс мәктәптә – Ҡасҡын башланғыс, Санъяп 8 йыллыҡ һәм Мәҡсүт урта мәктәптәрендә белем алырға тура килә уға.
Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, тиҙәр бит... Гармунын ҡулдарында һандуғастай һайратҡан атаһының һәләте улдарына ғына түгел, яратып-наҙлап ҡына үҫтергән ҡыҙы Наиләгә лә бирелә – йәш ҡыҙ ағаларынан ҡалышмай, бына тигән итеп гармунда ла, баянда ла уйнарға өйрәнә.
Олораҡ быуын вәкилдәре һөйләүенсә, уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында йыл һайын үҙешмәкәр сәхнә оҫталары араһында смотр-конкурстар уҙғарыла. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған Наилә Хәсән ҡыҙы ла мәктәп эскәмйәһенән үк шундай сараларға йәлеп ителә.
Урта мәктәпте тамамлар-тамамламаҫтан тигәндәй, сәнғәт юлына аяҡ баҫыуы ла шуға бәйле: 10-сы класта уҡығанда ҡыҙ совхоздың мал һимертеү комплексы коллективы менән берлектә район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә сығыш яһай. Йөҙҙәренән йәшлек дәрте бөркөлгән, һөйкөмлө ҡыҙҙың өҙҙөрөп гармунда уйнауы тамашасылар менән баһалама төркөмө ағзаларын ғына түгел, “Ҡыҙыл Байраҡ”колхозы рәйесе Миңлеғәли Нафиҡов менән район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Александр Васильевты ла битараф ҡалдырмай, улар концерт бөткәс тә сәхнә артына килеп, уны үҙҙәренә эшкә саҡыралар.
Хеҙмәт юлын Теләүембәттә художество етәксеһе булып башлай Наилә апай. Бер аҙҙан иһә Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға ебәрәләр. 1973 йылда ҡулына “Клуб хеҙмәткәре һәм халыҡ инструменттарының үҙешмәкәр оркестры етәксеһе” тигән диплом алған йәш белгесте район мәҙәниәт һарайына методист итеп эшкә алалар.
Бына шулай башлана уның район мәҙәниәт тармағында йөҙөп йөрөп эшләгән хеҙмәт дәүере... Район мәҙәниәт бүлеге инспекторы, башҡорт халыҡ театрының баш режиссеры, район мәҙәниәт йорто директоры – ниндәй генә вазифа биләһә лә, һәр эшен яратып, еренә еткереп башҡара, хеҙмәттәштәре менән уртаҡ тел таба Наилә апай. 80-90-сы йылдарҙа сәнғәт донъяһында ҡайнағандарҙың күңелендә төрлө конкурс-фестивалдәрҙә, илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә, Татарстандың Ҡазан, Марий Элдың Йошкар-Ола ҡалаларында сығыш яһау, Өфөлә уҙған “Тальян гармун” байрамдарында ҡатнашыу кеүек ваҡиғалар сағыу бер хәтирә булып тороп ҡала. Ул йылдарҙа ябай кешеләр араһынан таланттар эҙләү, уларҙы ҙур сәхнәгә алып сығыу, һәләттәрен үҫтереү кеүек матур күренеш тә киң йәйелгән була.
1987 йылда Мәскәүҙә уҙған “Башҡортостан көндәре”ндә беҙҙең райондың 68 кешенән торған ҙур делегацияһы баш ҡала тамашасыларын таң ҡалдырып, күңелдәренә һүнмәҫ илһам-дәрт алып ҡайта. Теге йәки был конкурста оҫта гармунсы булараҡ шәхси еңеүҙәр ҙә яулай. Мәҫәлән, 1987 йылда Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһының 70 йыллығына арналған 2-се Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты була.
Наилә Хәсән ҡыҙының мәҙәниәт тармағындағы тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана – райондың художестволы үҙешмәкәрлеген үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны һәм халыҡ инструменттарында юғары башҡарыу оҫталығы, емешле хеҙмәте өсөн уға БАССР Мәҙәниәт министрлығының һәм КПСС-тың район комитетының, район Советының, мәҙәниәт бүлегенең маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, 1989 йылда СССР Мәҙәниәт министрлығының «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе тапшырыла. Ошо уҡ йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
***
Билдәле булыуынса, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эше ғәҙәти эш көнө сиктәренә генә һыймай: улар ял һәм байрам көндәрендә лә, кис тә сәхнәгә сығырға, ҡайһы бер ҙә алыҫ юлға сығырға, тынғыһыҙ тормош менән йәшәргә мәжбүр. Шуға ла икенсе яртыңдың һинең булмышыңды, һайлаған эшеңде аңлап ҡарауы үтә мөһим. Был яҡтан бик уңған Наилә апай. Тормош иптәше – Мәҡсүт ауылы егете Айрат ағай ҡатынын һәр эшкә ҡанатландырып тора, кәрәк саҡта иңен ҡуя, күп донъя мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә ала.
1972 йылда сәстәрен-сәскә бәйләй Ҡолшәриповтар. Әйткәндәй, уға тиклем Ҡасҡын һылыуы егетте хәрби хеҙмәткә оҙатып, көтөп ала.
Йәштәр Мораҡта төпләнә. Айрат ағайҙың да бар ғүмере тырыш хеҙмәттә үтә. «Сельхозтехника» предприятиеһында инженер-механик, район элемтә үҙәгендә начальник, почта бүлексәһендә урынбаҫар, гараж мөдире һ.б. – ғаилә башлығы ҡайҙа ғына тир түкһә лә, эшен намыҫ менән атҡара.
Ҡолшәриповтарҙы район халҡы уңышлы эшҡыуар тип тә белә: улар 1992 йылда фермерлыҡҡа тотоналар. Ҡуртымға 250 гектар ер алалар, иген сәсәләр, мал-тыуарын ишәйтәләр.
2000 йылдарҙа иһә ер эшен ҡалдырып, тиҫтә йылдан ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ һәм ит һатыу менән шөғөлләнәләр.
***
Ҡолшәриповтар бер ҡыҙға, бер улға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған. Ҡыҙҙары Айгөл менән кейәүҙәре Рөстәм Өфө ҡалаһында йәшәй. Улар ике ҡыҙ үҫтергән: Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған оло ҡыҙҙары Регина хәҙер инде үҙе әсәй - тормош иптәше Заһир (билдәле йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Зәйнетдин) менән Айлин исемле ҡыҙ үҫтерәләр; кесе ҡыҙҙары Әдилә - Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты студенты.
Наилә апай менән Айрат ағайҙың улдары Наил менән килендәре Нәркәс район үҙәгендә төпләнгән. Улар ҙа ике балаға ғүмер биргән, улдары Илнар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтенең Иваново ҡалаһындағы янғын-ҡотҡарыу академияһын тамамлап, баш ҡалабыҙға эшкә ҡайтҡан, ҡыҙҙары Алтынай Мораҡ 1-се урта мәктәбендә белем ала, ул да уҡыу алдынғыһы .
***
Хаҡлы ялда икенсе һулыш асыла, тиҙәр. Наил апай менән Айрат ағай ҙа һәр көндән йәм табып, үҙҙәренең дә, яҡындарының да тормоштарына нур өҫтәп йәшәй. Элекке һымаҡ ишле мал аҫрамаһалар ҙа, тик кенә тора алмайҙар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш, сәскә үҫтерәләр. Уларҙың ҡотло, йәмле, ҡунаҡсыл йорттарынан кеше өҙөлмәй, әленән-әле ҡайтып торған балалар, ейән-ейәнсәрҙәргә генә түгел, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, туған-тыумасаларға ла йорт ишектәре лә, күңел ишектәре лә һәр саҡ асыҡ!
- Ғүмер шул тиклем тиҙ уҙа... Эшләгән дәүеремде бик һағынам... Шул тиклем күңелле лә, мәшәҡәтле лә ваҡыттар булған. Район мәҙәниәтен күтәрәм тип мәҙәни сараларҙа, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан дәртле гармунсыларҙы, йырсыларҙы, ҡумыҙсыларҙы, театрҙа ҡатнашҡандарҙы – Рауил Болғаиров, Ғәйфулла Сәйетбатталов, Ғәйфулла Айытҡолов, Рафиҡ Ҡотлоғужин һәм башҡа бик күптәрҙе оло хөрмәт менән иҫкә алам. Күптәр хәҙер яҡты донъяла юҡ инде... Улар бер ваҡытта ла шәхси ваҡыттары менән иҫәпләшмәнеләр, кәрәк ваҡытта һәр ваҡыт сәхнәгә күтәрелделәр, смотр-конкурстарҙа, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаштылар.
Эшебеҙҙе яратып башҡарҙыҡ. Хәҙер инде балаларҙың, ейә-ейәнсәрҙәрҙең бәхетенә, уңыштарына ҡыуанып йәшәйбеҙ. Беҙҙең өсөн шул бәхет, - ти Наилә апай.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Автор фотоһы.