– Һаумы, Әдиләкәйем, хәлдәрең нисек? – тине тупһанан үтер-үтмәҫтән.
– Һаубыҙ әле, әбекәйем. Үҙеңдең хәлдәреңде һорамаһам да, күреп торам: күҙҙәрең нур сәсә, – тине Әдилә.
– Шат! Аллаға шөкөр! Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын, балам. Көн шундай матур, Әдиләкәйем. Ҡояш нурҙарын һибә, таңда ямғыр ҙа яуып үтте. Ә үләндәр ниндәй күпереп үҫте быйыл, йыл һәйбәт килде, Аллаһыма мең рәхмәт!
– Эй-й ошо Хәмиҙә әбейемде, бөтә нәмәгә шатлана ла йөрөй, – тип әбейҙең арҡаһынан һыйпаны Әдилә.
– Һуң нисек шатланмайһың, ҡыҙым, бигерәк матур бит йәшәгән төйәгебеҙ! Йәннәттә ғүмер итәбеҙ!
Ысынлап та, бик матур ерҙә йәшәй шул улар. Зифа ҡайынлы урмандар, сәскәле, еләк-емешле ҡырҙар, тәнгә – сихәт, йәнгә ләззәт өҫтәгән Аҡшишмә, болондарҙа һайраған ҡоштар моңо, һабантурғай йыры…
– Хәмиҙә әбей, һинең менән һөйләшеп-күрешһәм, ожмахта йәшәгәндәй хис итәм үҙемде.
– Ожмах инде, ожмах йәнтөйәгебеҙ! Әдилә ҡыҙым, ә мин бөгөн иртүк тороп ялан-ҡырҙарҙы ҡыҙырып йөрөп ҡайттым, һиңә кереүем дә шуның өсөн. Әйҙә, иртәгә Ҡотоҡбаҫҡанға барып еләк йыйып ҡайтайыҡ.
– Еләк бешкәнме ни, Хәмиҙә әбей?
– Бешкән, ҡыҙым. Бына һиңә кереттем әле.
– Рәхмәт, Хәмиҙә әбей. Әйҙә, еләкләп, майлап-баллап һинд сәйен эсәйек.
“Эх-х, Әдиләгә тиңдәш улыммы, ейәнемме булһа, килен итер инем үҙен, килеп тороп тыныс холоҡло”, – тип уйланы әбей.
Сөкөрләшә-сөкөрләшә сәй эскәс, рәхмәттәрен әйтеп, изге теләктәрен теләп, доғаларын уҡып ҡайтырға сыҡты Хәмиҙә әбей.
– Ҡыҙым, еләккә иртүк ҡуҙғалырбыҙ: иртә торһаң – ит бешә, һуңға ҡалһаң – бит бешә.
Әбей ҡайтҡас, күңелһеҙ булып китте Әдиләгә, сөнки ул яңғыҙ йәшәй. Әсәһе ауырып мәрхүмә булыуына ла йыл тула, туғандары ла юҡ. Атаһының үлеүенә лә байтаҡ. Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы булһын инде. Әлдә ошо Хәмиҙә әбей бар. Әсәһе менән дә татыу йәшәне ул, әхирәт булдылар, тиергә лә мөмкин.
Әдилә – юғары белемле уҡытыусы, һаман да үҙ парын тапмаған, йәше утыҙға етеп килгән ҡыҙ. Мәктәпте тамамлағас, шунда уҡ уҡырға бара алманы: ата-әсәһе оло кешеләр ине, етмәһә, ауырынылар. Әдилә яҡшы уҡыны, шуға ул мәктәпкә эш һорап килеү менән директор риза булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытты, ең һыҙғанып, бар көсөн һәм тырышлығын һалып эшләне ҡыҙ. Быны директор ҙа, коллегалары ла күрҙе, улар ҙа һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙо: барыһына ла рәхмәтле Әдилә.
Өҫтөн бөтәйтте ҡыҙ, уҡырға барырға аҡса ла йыйҙы, ата-әсәһенә лә ярҙам итте. Унан ҡанатланып, дәртләнеп юғары уҡыу йортона имтихан тапшырырға китте, ләкин конкурстан үтмәй ҡайтты. Мәктәптә эшен дауам итеп, киләһе йылына тағы барҙы ла уҡыуға керҙе ныҡышмал ҡыҙ. Ләкин шаулап-гөрләп торған студент тормошо менән оҙаҡ йәшәргә насип итмәне уға.
Ҡыуанып, ҡоштай осоп ҡайтыуына әсәһе ауырып түшәктә ята ине, ярай ҙа Хәмиҙә әбей көнө-төнө тәрбиәләп торған, мең рәхмәт яуһын инде күршеһенә. Ни эшләһен, ситтән тороп уҡыны Әдилә. Өҫтәүенә тырышып эшләне, әсәһен дә тәрбиәләне. Ләкин шатлыҡ менән ҡайғы йәнәшә йөрөнө: юғары белем тураһында диплом алып ҡайтыуына әсәһе вафат булды. Яҡынын юғалтыу бик ауыр булды ҡыҙға, шул ваҡытта Хәмиҙә әбей ярҙам итмәһә, Әдилә ниҙәр ҡылыр ине икән?
Шәхси тормошон ҡорорға һаман да тура килмәй әле уға. “Никах һыуың ҡалҡмағандыр, ҡалҡыр әле, Аллаһ бирһә”, – ти Хәмиҙә әбей һүҙ эйәрә һүҙ сыҡҡанда.
Артынан йөрөгән егеттәр булманы түгел, булды: ауылында күрше генә йәшәгән егет тә йөрөнө артынан, сессияла саҡта ла танышырға мөмкин ине. Ләкин Әдиләгә оҡшағаны, күңелен иретерҙәй, йөрәген яуларҙай “Аҡбуҙатҡа атланған” кеше осраманы.
* * *
Иртүк тороп, урын-ерен йыйыштырып, сәй эсте лә Хәмиҙә әбейенә китте Әдилә. Күршеһе, көтөп торғандай, ҡапҡанан йылп итеп килеп тә сыҡты. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, әбей:
– Әдилә ҡыҙым, йоҡолар тәмле булдымы? Төш күрҙеңме? – тип ҡыҙыҡһынды.
Төн буйы уйланып ятып, таңға табан әҙерәк кенә серем итеп алһа ла, ҡыҙ:
– Әйбәт йоҡланым, төш-фәлән дә күрмәнем, – тине лә ҡуйҙы.
– Ә мин үҙемдең беренсе һәм һуңғы, йәғни мәңгелек мөхәббәтемде төшөмдә күрҙем, ҡыҙым, – тине Хәмиҙә әбей моңһоу ғына итеп.
Бараһы юл оҙон ғына, үләндәге ысыҡ мәрйендәй йылтырап ята. Иртәнге һауа шундай саф, һулаһаң – күкрәктәр киңәйә. Күҙгә күренмәгән һабантурғай әллә ерҙе, әллә күкте маҡтап һайрай, еләҫ кенә ел иҫә. Әбей яйлап ҡына хәтер йомғағын һүтеп, уйланып бара.
– Беренсе мөхәббәтең тураһында һөйлә әле, Хәмиҙә әбекәй, – ти Әдилә.
– Эй-й, ҡыҙым, беренсеһе лә, һуңғыһы ла – берҙән-берем, йәнекәйем, мәңгелек мөхәббәтем, һуғыштан ҡайтмаған һөйөклө ирем – Мөхәммәтем инде, – ти әбей йәнләнеп.
– Башҡа бер кемде лә оҡшатманыңмы ни?
– Ю-ю-ҡ, балаҡайым, Мөхәммәтемдән башҡа бер кемде лә оҡшатманым, яҡын да юлатманым, егерме туғыҙ йәшемдә генә ҡалһам да! Эй-й, уның кеүек берәү ҙә юҡтыр һәм булмаҫ та! – тип ҡуя әбей.
– Хәмиҙә әбей, һөйлә әле, уның менән нисек таныштың? Әллә димләп бирҙеләрме?
Улар еләкле яланға килеп етте. Еләктең күплеге-е! Ҡып-ҡыҙыл булып, мине өҙ, тип баҙырайышып яталар.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Иҫке ауыҙға – яңы аш, яман ауырыу минән ҡас, тип өҙөп ҡап, ҡыҙым. Тәүҙә еләк йыяйыҡ, күнәктәребеҙҙе тултырып, хәл йыйырға ултырғас һөйләрмен Мөхәммәтем менән танышҡанды, – тип әбей еләк йыйырға тотондо. Мөхәббәт тарихын тыңлайһы килһә лә, Әдилә лә эш башланы, ара-тирә тәмлекәстәрҙе ҡабыштырып та алды, еләктәр үҙҙәренән-үҙҙәре ауыҙға инергә генә тора, хуш еҫенә баш әйләнә. Шундай эре үҙҙәре, йыйыуы рәхәт, эргәлә генә һандуғас өҙҙөрөп сутылдай, күбәләктәр оса, сиңерткә лә “скрипкаһында һыҙҙыра”. Әдилә менән Хәмиҙә әбей “һә” тигәнсе күнәктәрен өймәләмә ҡып-ҡыҙыл, эре, һутлы еләк менән тултырҙы.
– Ҡыҙым, әйҙә, бынау зифа ҡушҡайын төбөнә ултырып хәл йыяйыҡ. Мөхәббәт ҡайындары йәки ғашиҡтар ағасы тип тә йөрөтәләр уны. Аллаһ бойорһа, һин дә ишле-ҡушлы, парлы булырһың, теләктәреңде телә, балаҡай, – ти әбей.
Ап-аҡ сепрәккә төрөп ике телем икмәк тә килтергән әбекәй, бер киҫәген Әдиләгә һуҙҙы.
– Әйҙә, тамаҡ ялғап алайыҡ. Еләкте икмәк менән ашаһаң, һәлә-әк тәмле була. Унан Аҡшишмәгә төшөп бит-ҡулдарҙы йыуып, тәмле һыуын эсербеҙ, – тине Хәмиҙә әбей.
Ашап-эсеп алғас, оҙаҡ ҡына итеп Аллаһҡа рәхмәттәрен әйтеп, доғаларын уҡыны.
– Димләп бирҙеләрме тип һорағайның бит әле, ҡыҙым, – тип ҡуйҙы унан. – Тыңла әбейеңде, фәһем ал. Мин үҙем, Әдиләкәйем, алыҫ татар ауылынан. Атай-әсәйемдең өсөнсө ҡыҙы. Беҙ, атай-әсәйем, апайҙарым, бик татыу, матур йәшәнек. Бер-бер артлы үҫеп буй еткерҙек, атай-әсәйҙең ярҙамсылары булдыҡ. Ике апайым кейәүгә барғансы мин дә буй еткерҙем. Борон егермегә еткән ҡыҙ “ҡарт” тип һанала ине. Мин дә шулай булып ҡалдым. Тиҫтерҙәрем кейәүгә барып балалар үҫтерә, донъя көтә, парлап йөрөй.
Әхирәттәрем парлы-парлы,
Мин генә моңло-зарлы, –
тип көйләп ебәрә инем. Апайым кейәүгә сыҡмаҫтан алда мине һоратып яусылар ҙа килде, аулаҡ өйгә барғанда бер егет хат тоттороп та китте. “Мин һине яратам”, – тип яҙғайны. Атайым ныҡ торҙо: “Тәүҙә апайың кейәүгә сыҡһын әле”.
Шулайтып йәшем егерме бишкә етте. Ауылда өйләнмәгән егеттәр ҡалманы, булғандары ла – ыбыр-сыбыр, йә тол ирҙәр.
Бер көн беҙҙең ҡапҡа төбөнә пар аттар егеп атайымдың таныштары килеп туҡтаны, атай сығып ҡаршы алды. Йәшенеп кенә тәҙрәнән ҡарайым: береһе уртаса буйлы, йыуантыҡ ҡына абзый, ә икенсеһе – оҙон буйлы, ҡара бөҙрә сәсле, шоморттай ҡара күҙле, киң күкрәкле! Тегеләрҙе атай өйгә әйҙәгәс, мин шаршау артына кереп ултырҙым. Атай уларҙы өҫтәл артына саҡырҙы, әсәйем аш ултыртты. Сигеү сигәм, үҙем уларҙың һүҙҙәрен тыңламаҫҡа тырышһам да, ҡолаҡҡа салына.
– Зариф абзый, бына алты бала менән ҡалдым, ҡатын мәрхүмә булды. Малайҙарға тәрбиә кәрәк. Аҡыллы ғына, донъя көтөрҙәй тол ҡатын булмаҫмы икән һеҙҙең ауылда? – ти олорағы.
– Ба-ар, хәҙер алып барып таныштырырмын, күрерһең. Оҡшаһа, килешһәгеҙ – өйләнерһең, – ти атай.
– Ә был егет кем була? – тип һорай атайым.
– Минең ике туған энем, уға ла уңған, тәүфиҡлы, сибәр йәш ҡыҙ булһа ине, – ти ағаһы.
– Их-х, шундай сибәр, һыу һөлөгөндәй егет. Ниңә миңә ун ете йә ун һигеҙ түгел? Егеттән биш йәшкә өлкәнмен… Ул минең һөйгәнем булһа, Хоҙайға рәхмәттәр уҡыр инем! – тип шым ғына һулҡылдап илайым. – Ниңә мин ҡарт ҡыҙ?
Атайым алыҫ башҡорт ауылынан килгән таныштарын ҡатын димләргә алып сығып китте. Әсәйем дә күршелә йәшәгән әбейемдең хәлен белергә юлланды. Мин өйҙә яңғыҙ ҡалдым. Бәләкәй көҙгөнән йөҙөмдө ҡарайым. Эх-х, әллә ни матур түгелмен шу-ул: йәмшек танау, йәшкелт күҙҙәр, һары сәс… “Ниңә Хоҙай мине матур итеп яралтмаған икән?” – тип өҙгөләнәм.
Шулай ҙа һандыҡтан һабантуйҙарға ғына кейеп йөрөй торған иң сағыу сәскәле күлдәгемде, аяғыма үксәле ситегемде кейеп, башыма иң матур яулығымды ябынып, битемә әҙ генә кершән һөртөп, күҙемә һөрмә тартып йылмайғайным – көҙгөнән ап-арыу ғына Хәмиҙә ҡарап тора.
“Ниңә былай ҡыланам һуң?” – тим үҙ-үҙемә. Йөрәгем ярһыу йәш тайҙай тулапмы-дулай.
Бә-әй, теге бәһлеүән башҡорт егетенә “күҙем төшкән” дәһә… Үҙемдең уйымдан үҙем оялам, әммә, ни хәл итәһең, йәшлек дәрте йөрәкте елкетә, яңғыҙлыҡтан ялҡҡанмын. Минең дә бит апайҙарым, әхирәттәрем һымаҡ һөйөп-һөйөләһем, тупырҙатып балалар табаһым, уларҙы тупылдатып һөйәһем, күкрәгемә ҡыҫып үбәһем, үҫтергем килә…
Бына атайым менән теге ике ир-уҙаман килде. Олпат ағай бик ҡәнәғәт, йылмайып тора. Өйгә инмәнеләр. Аттарын ҡайтыу яғына бороп ҡуйҙылар.
Мин соланға сығып, күренмәй генә уларҙы күҙәтәм. Их-х, теге егет өйгә инһен ине, тип теләйем. Юҡ. Инмәне.
– Ярай Зариф абзый, рәхмәт! Йома үткәс килеп никах уҡытып, Сәғирә туғаныңды алып ҡайтырмын. Оҡшаны. Аҙағы хәйерле булһын, – ти өлкән ағай.
Ҡул бирешеп хушлаша башлағайнылар, йүгереп күтәрмәгә сыҡтым да баҫтым һәм егеткә ҡарап йылмайҙым. Ул да мине күрҙе. Йөҙө яҡтырып, күҙҙәренән нурҙар һибелеп киткәндәй булды, етмәһә, ҡашын да һикертте. Мин нисек йүгереп сыҡҡанмын, шул тиҙлек менән өйгә инеп киттем.
Уф-ф, ун ете йәшлек йәш-елкенсәк кеүек ҡыландым, тип үҙемде-үҙем әрләйем. Ярай ҙа, атайым арты менән тора ине. Ике битем ут кеүек яна. Йәһәт кенә кейемдәремде сисеп урынына һалдым да өйҙә кейеп йөрөгәненә алмаштырҙым, битемде һалҡын һыу менән йыуҙым. Әҙерәк тынысланып, сәй ҡайнатырға ултыртыуыма әсәйем ҡайтып инде. Тыштан атай ҙа керҙе. Тыныс ҡына өсәүләп сәй эстек. Унан ҡашығаяҡ йыуҙым да ҡул эштәренә тотондом. Әсәйем менән атайым теге ир-егет тураһында һөйләште. Олоһона ике туған апайымды димләгәнен, ят ағайҙың уны оҡшатҡанын, Сәғирә апайҙың да риза булғанын, тағы никах уҡытырға киләсәктәрен, йәш егеттең иһә берәүгә лә күңеле төшмәгәнен һөйләне атайым.
Йоманан һуң ике ир-уҙаман тағы килде. Күрешкәс, олоһо:
– Зариф абзый, еңгәй менән беҙҙең никах ашына барығыҙ, – тине.
Атайым риза булғас та, ағай сыҡмай ултыра.
– Зариф абзый, тағы бер һорау тиәйемме, үтенес тип әйтәйемме, һеҙгә әйтер һүҙем бар. Был юлы мин яусы булып килдем һеҙгә, бер балағымды сығарғайным, һеҙ иғтибар итмәйһегеҙ.
Әсәйем менән атайым йылмайып та, аптырап та ағайға төбәлде.
– Ҡустыма һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорарға килдек, – тип тимерҙе ҡыҙыуында һуҡты егеттең ағаһы.
Мин ҡойолдом да төштөм. Атайым әсәйемә ҡараған була, үҙе тамағын ҡыра…
Әбей шымып ҡалды. Шулай байтаҡ һүҙһеҙ ултырҙы. Әдилә әбейҙе ҡосаҡлап алды:
– Шунан, шунан, Хәмиҙә әбекәйем, атайың риза булдымы?
– Уйларбыҙ, тине лә ҡуйҙы. Дөрләп янған утҡа һыу һиптеме ни… Егеттәр ишек алдына сыҡты.
Шаршау артында ҡысҡырып илап ебәрҙем.
– Ҡыҙым, һин бит ул егеттән биш йәшкә өлкәнһең, эшкә һанармы һуң үҙеңде? – ти атайым.
Әсәйем мине ҡосаҡлап, башымдан һыйпай.
– Атай, сәсем менән иҙән һеперермен, ҡайны-ҡәйнәмә ярармын, йәшәрмен… Егет үҙемде күрҙе бит, бир мине уға, атаҡайым. Ҡарт ҡыҙ булып үләйемме ни-и? – тип ярһып илайым.
Атайым мине бик ярата ине, ҡаты бәғерле түгел, бик аҡыллы ине мәрхүм. Сығып башҡорт егеттәрен саҡырҙы, улар йәһәтләп килеп керҙе.
– Ултырығыҙ әле, – тине атайым. – Ярай, ризабыҙ, тик ҡыҙымды ситләтмәгеҙ. Бөгөн булмай, киләһе йоманан һуң килерһегеҙ.
Атайым әйтһә, бер әйтер, берәгәй әйтер ине. Ул билдәләгән аҙна шундай оҙон булып тойолдо.
Ваҡыт еткәс, никах уҡытып, Мөхәммәтем алып ҡайтып китте. Уның менән ер сигенә лә китергә риза инем.
Эй-й, йәшлек… Эй, үткән ғүмер – аҡҡан һыу кеүек…
Үтте лә китте йәшлегем,
Үткәнен дә һиҙмәнем.
– Әйҙә, ҡыҙым, ҡайтып тәмле итеп сәй эсәйек, – тип етеҙ генә ҡуҙғалды әбей.
– Бик яратышып йәшәгәнһегеҙҙер, эйеме? – Әдилә әбейгә һоҡланып ҡараны.
– Эйе, ҡыҙым. Үҙем яраттым да үҙемә ҡараттым башҡорт егетен. Ләкин тормош ҡатмарлы, тик үбешеп-һөйөшөп кенә йәшәмәйһең, ауырлыҡтары ла була. Үҙе йығылған – иламай. Ауырлыҡтарҙы еңдек, сөнки икебеҙ бер һүҙҙән булдыҡ, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңланыҡ.
Тормоштоң ауыр сағы. Бөйөк Ватан һуғышынан алдағы йылдар. Мөхәммәтем бәләкәй генә өйгә алып инде, уның буйынан-буйына һике һуҙылған, мейес, самауыр. Һикелә ултырып сәй эсәбеҙ, шунда ятып йоҡлайбыҙ, мендәр-юрғандарҙы бер мөйөшөнә өйөп ҡуябыҙ.
Бер йыл йәшәгәс, үҙебеҙ башҡа сыҡтыҡ. Өйҙө Мөхәммәтем менән икәүләп һалдыҡ, бәләкәй генә тупалаҡ нәмәне төҙөүе әллә ни ауыр булманы: бүрәнәләре хәҙергеләй йыуан түгел. Эстән дә, тыштан да ҡыҙыл балсыҡҡа ат тиҙәге ҡушып баҫып һыланым, аҙаҡ ағартып ҡуйҙым. Ауылда үҙе бер матур өй булып ултырҙы. Мөхәббәт ҡыуышы, тиер ине Мөхәммәтем. Дүрт йылда дүрт бәпәй таптым, барыһы ла – малайҙар. Атаһына оҡшап торған уландарымды бик яраттым.
Мөхәммәтем – мөхәббәтем үтә лә дәртле булды! Тик беҙгә дүрт йыл ғына йәшәргә насип булған – дүрт көндәй генә үтте ул йылдар…
Әбейҙең күңеле тулып китте, күҙҙәренән гәрәбәләй йәштәр тәгәрәне.
Әдилә нисек йыуатырға ла белмәй, йыйырсыҡлы битенән һыйпап, күҙ йәштәрен һөрттө әбейҙең.
– Эй-й, балаҡайым, һинең күңелеңде күтәрер урынға илап киләмсе. Бына, Аллаға шөкөр, ҡайтып та еттек.
Хәмиҙә әбей Әдиләне үҙенең өйөнә саҡырҙы, таңда алып ҡайтҡан саф шишмә һыуынан сәй ҡайнатты. Һыуһағандар икән, тәмле итеп сәй эстеләр. Әдиләнең өйөнә ҡайтып яңғыҙ ултырғыһы килмәй, Хәмиҙә әбейенең еләген бөрсөштө, бер ыңғайҙан үҙенекен дә бергәләп таҙаланылар. Эш ырамлы барҙы, һөйләшеп күңелдәрен дә бушаттылар.
– Хәмиҙә әбей, ниңә һин Мөхәммәт тип әйтәһең ул иреңде, башҡалар иһә Хәмиҙәнең Мәхәмәте ти. Мөхәммәт менән Мәхәмәттең айырмаһы ниҙә һуң?
– Балаҡайым, ул бит минең өсөн Мөхәммәт пәйғәмбәр кеүек изгелекле, инсафлы, яратҡаным булды. Беҙ бер-беребеҙҙең күҙҙәренә генә ҡарап торҙоҡ. Мин уның үҙенә “Мөхәббәтем” тип кенә өндәштем, шунан Мөхәммәтем тип өҫтәп ҡуя инем. Ә ул “йәшел күҙем, алтын сәсем” тиер ине. Эй-й-й, уның ҡара күҙҙәре-е! Өҙҙөрөп ҡарауҙары-ы! Әле лә күҙ алдымдан китмәй.
Ҡырҡ беренсе йылда иң беренселәрҙән булып һуғышҡа китте. Китте лә ҡайтманы шу-ул, бер генә хаты килде. “Хәмиҙәм, алтын сәсем, балаларҙы күҙ ҡараһылай һаҡла, үҙең дә сәләмәт бул, мине көт! Ҡайтырмын. Һинең мәңгелек Мөхәббәтең – Мөхәммәтең” тип яҙғайны. Ҡара ҡағыҙ килгәс – ышанманым!
– Юҡ! Үлмәгән ул! Тере! Иҫән минең Мөхәммәтем – Мөхәббәтем, – тип ерҙә тәгәрәп ятып иланым.
Унан күҙ йәштәремде һөртөп, дүрт баламды, Мөхәммәтемдең йәдкәрҙәрен, ҡосаҡлап алып яттым. Төн буйы йоҡламаным. Мөхәммәтемдең яҙған берҙән-бер хатын күкрәгемә ҡыҫып, мөхәббәтем менән һөйләшеп таң аттырҙым. Башҡаса иламаным. “Хәмиҙә! Йәнем! Илама, балаларҙы үҫтер, кеше ит, йөрәккәйем!” тигәндәй булды Мөхәммәтем, ҡолағыма уның һүҙҙәрен әллә фәрештәләр ишеттерҙе инде…
Бер эштән дә ситтә ҡалманым: ат егеп урманға ла барҙым, утынын да ҡырҡтым, фермала сусҡа ла ҡараным, һыйыр ҙа һауҙым. Ирҙәр юҡ, булһа ла, һуғыштан ҡайһыһы – сатан, ҡайһыһы сулаҡ булып ҡайтты. Аллаға шөкөр, һис кемдән насар һүҙ ишетмәнем. Ситкә типмәнеләр, беҙҙең татар килен, тип яратып өндәштеләр.
Эйе, яратып өндәштеләр ҙә, Хәмиҙәгә өйләнергә теләгән ир-егеттәр ҙә булды, һоратып та килделәр. Телгә үткер, эшкә сапсан йәп-йәш ҡатынды оҡшатып йөрөгәндәр бар ине, Хәмиҙә уларҙы яҡын да юлатманы, балаларын – Мөхәммәтенең күҙ нурҙарын – үгәйҙән йәберләтергә теләмәне. Бәлки, Хәмиҙәне һөйгән, балаларын үҙ иткән кеше булғандыр ҙа, ләкин ҡатын үҙе башҡа бер кемде лә яратманы, яратырға ла теләмәне! Мөхәммәте уның беренсе һәм һуңғы, мәңгелек Мөхәббәте булды.
* * *
Хәмиҙә әбейенән ҡайтҡас, еләк ҡайнатмаһы әҙерләне Әдилә. Иртәгә лә урманға барырға була, иртәрәк йоҡларға ятты.
…Ул матур сәскәле күлдәген кейеп магазинға килде, ләкин, ни ғәжәп, яланаяҡ үҙе. Йәһәт кенә аяҡ кейеме эҙләргә тотондо. Һатыусы ҡыҙ төрлө формалағы туфлиҙарҙы тәҡдим итә, маҡтай. Ләкин Әдиләгә береһе лә оҡшамай. Ул һатыусыны ла, магазиндағы кешеләрҙе лә аптыратып, ирҙәрҙең ҡупшы хром итеген кейеп ҡайтты ла китте. Етмәһә, Хәмиҙә әбейенә кереп күрһәтеп, маҡтанып тора. Ә уныһы: “Ҡайһылай килешә!” – тип ҡыуана, имеш…
Әдилә ҡапыл күҙҙәрен асты ла: “Уф, төш кенә икән ярай ҙа”, – тип ҡуйҙы. Кәйефе яҡшы. Ниңәлер, йырлағыһы, бейегеһе килеп тора.
Иртүк йүгереп шишмәгә һыуға барып килде, сәй ҡайнатырға ултыртты, Хәмиҙә әбейен иртәнге табынға саҡырҙы.
Улар бер нисә көн еләккә йөрөп, байтаҡ ҡайнатма әҙерләне, ҡаҡ ҡойҙо, еләктәрҙе киптерергә лә һалды. Ошо һәм башҡа эштәр менән йәйге ял һиҙелмәй ҙә үтеп китте.
Көҙ етеү менән мәктәптә тынғыһыҙ эш башланды. Әдилә хәҙер күберәк ваҡытын балалар менән уҙғара, дәрестәрҙән һуң ҡайтып китмәй, өҫтәмә күнекмәләр үткәрә, дәфтәр тикшерә. Балаларҙы әҙәби түңәрәккә йәлеп итте: “Аҡсарлаҡ”ҡа уҡыусылар теләп йөрөй, шиғырҙар яҙырға өйрәнә. Һәр байрамда уҡыусылар менән концерт та ҡуялар. Балаларҙың тырышлығына ҡыуана, уларҙың яҡты күңелле булып үҫеренә ышана изге һөнәр эйәһе Әдилә Әмир ҡыҙы.
Ял көнөндә Хәмиҙә әбейен күреп, хәлен белеп сығырға инде Әдилә. Һәм… соланда оҙон буйлы, киң күкрәкле, тулҡынланып торған һары сәсле, йәшкелт күҙле егет менән маңлайға-маңлай бәрелешә яҙҙы. Уң яҡ бите яралы (бирсәле), ләкин ул егетте тағы ла матурыраҡ күрһәткән кеүек. Күҙҙәр менән күҙҙәр осрашты, кинәт икеһенең дә тәне буйлап электр тогы үтеп киткәндәй итте. Ни бары бер секунд булғандыр был мәл, ләкин уларҙың йөрәктәрендә ут ҡабыныуға шул да етте. Бөркөт ҡарашлы егет бар булмышын биләп алды ҡыҙҙың.
– Һаумыһығыҙ! – тине Әдилә.
– Саумысыз, үтегез, – тип өй ишеген асты егет.
– Һаумы, Хәмиҙә әбекәйем, ни хәлдәһең? – тип әбейҙе ҡосаҡлап алды Әдилә.
– Һаубыҙ, балаҡайым, һаубыҙ, – ти әбей, үҙе шундай шат, йөҙө ҡояш кеүек балҡый.
– Хәлеңде белә алмай киттем, эштән бушап булмай ҙа ҡуя.
– Рәхмәт инде, Әдиләкәйем. Һинең эшкә йүгергәнеңде лә, һуң ғына ҡайтҡаныңды ла күреп торам, бушамағаныңды ла беләм. Үҙем кереп саҡырырға тора инем әле. Шатлығым эсемә һыймай, йөҙөмдән күрәһеңдер, балам. Ике туған һеңлемдең улы килде бит, Надирым…
Яратҡан әбейенең ҡыуаныслы йөҙөн күреп, таҙа, йыйнаҡ өйҙән күңеленә иҫ киткес йылылыҡ, нур алып ҡайтты Әдилә. Былай ҙа таҙа иҙәндәрен йырлай-йырлай йыуып, гөлдәренә һыу һипкәс, сәй эсеп алды ла дәфтәр тикшерергә ултырҙы. Ҡанатланғандай, ҡайҙалыр осоп китерҙәй булып елкенде күңеле…
* * *
Афғанстанда, тау-таш араһында хеҙмәт итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты егет, тик дошман пуляһы битен сыйып үткәйне.
– Күлдәктә тыуғанһың, брат, – тине хеҙмәттәштәре. Эйе, Надирҙың битендәге йөйө – Афғанстан “бүләге”. Надир армиянан ҡайтыуға ата-әсәһе вафат ине – юл фажиғәһенә тарынылар, ике апаһы ла ситтә йәшәй. Ауылда яңғыҙына бик ауыр ине егеткә, толҡа тапманы. Ни илап оҙатып ҡалған, ашҡынып көтөп алған һөйгән ҡыҙы ла булманы.
Ярты йылдан яңынан контракт менән ҡыҙыу нөктәгә хеҙмәткә китте һәм биш йылдан тыуған төйәгенә бөтөнләйгә ҡайтты Надир. Туғандары араһынан алыҫ башҡорт ауылында йәшәгән әбейен иҫкә төшөрөп, елкенеп сығып китте бер мәл. Күңеле һәр саҡ ҡайҙалыр ашҡына ине шул. Һиҙеп ашҡынған! Бер күреүҙән оҡшатты башҡорт ҡыҙын егет. Юҡ, оҡшатыу ғына түгел, ғашиҡ булды! Ләкин хистәрен төпкә йәшерҙе, һиҙҙермәне. Хәмиҙә әбейенең кәртә-ҡураһын йүнәткәндә радионан ишетеп ҡалған йырҙы көйләп йөрөнө:
Эй, матур ҡыҙ, эй, ҡара күҙ,
Ғашиҡ булдым һиңә, башҡорт ҡыҙына.
Әбейе менән йылы хушлашып, хеҙмәттәше йәшәгән баш ҡалаға юлланды, шунда эшкә керҙе. Дуҫы ғаиләле, ике улы үҫеп килә. Ул Надирға өйләнергә кәңәш бирҙе, хатта ҡатынының әхирәте менән таныштырып та ҡараны. Күңеленә оҡшаманы. Күҙ алдында ул – Әдилә генә!
Яңы йыл етеп килә. Бар кеше байрамға әҙерләнә. Әдилә лә уҡыусылары менән мәж килеп маскарад үткәрҙе.
Ашығып өйөнә ҡайтып килә ине, таныш та, таныш түгел дә кеүек тауыш шып туҡтатты:
– Әдилә!
Ҡыҙ аптырап, башын күтәреп тауыш килгән яҡҡа ҡараны.
– Әдилә, саумысыз!?
– Һаумыһығыҙ. Һеҙ?
– Эйе, Әдилә. Мин.
Надир ҡыҙға ҡулын һуҙҙы һәм уның ҡара күҙҙәренә тултырып ҡараны.
Ныҡ тулҡынланған Әдилә ҡулын Надирҙың көслө усына һалды. Егет уны наҙлап ҡына, йомшаҡ итеп ҡыҫты ла ысҡындырманы.
– Әдилә, әйдә, йолдызлы күккә багып йөреп килик, – тине егет.
– Әйҙә һуң.
Төштәренә кереп, таң йоҡоларынан уятҡан егет менән йәнәшә барыу Әдилә өсөн әйтеп аңлатҡыһыҙ бәхет ине. Мөғжизә булмай тиҙәр, була икән шул!..