Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2021, 10:02

Бөтә донъя һыу көнө

“Беҙ күктән кәрәк миҡдарҙа һыу төшөрҙөк һәм уны Ерҙә урынлаштырҙыҡ, һәм уны юҡ итергә лә көсөбөҙҙән килә.” [Ҡөрьән-Кәрим:“Әл-Муъминун” сүрәһе, 23:18]."...Беҙ бәләкәй саҡта йәй көндәрен һыу буйында уйнап үткәрҙек. Йылға буйындағы баҫмаларҙы йүкә йыуғыс менән менән ышҡып тороп йыуып ҡуябыҙ ҙа, кипкәс, эшебеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ. Сандалийҙарыбыҙҙы ла ҡом менән ышҡып йыуып, таҙартып алыр инек.Көн һайын йылғаға һыуға барабыҙ, өйҙә иҙән йыуырға һыу алып ҡайтабыҙ. Һуңынан иҙән йыуғыстарын, силәктәребеҙҙе йылғаға алып төшөп, сайҡатабыҙ ҙа таҙа һыу тултырып алабыҙ. Элек ауылда урам ҡоҙоҡтары ла булды. Эсергә шунан көйәнтәләп ташыныҡ. Ауылдың үрге яғында йылға буйында Әһли бабай соҡоған бәләкәйерәк ҡоҙоҡ та бар ине. Һыуы тәмле тип, гел шунда барыр инек көйәнтәләп. Һыу алғас, япраҡ, сүп-сар төшмәһен тип, ҡоҙоҡ ҡапҡасын ябып ҡуябыҙ..."Дауамы сайтта:

Бөтә донъя һыу көнө

“Беҙ күктән кәрәк миҡдарҙа һыу төшөрҙөк һәм уны Ерҙә урынлаштырҙыҡ, һәм уны юҡ итергә лә көсөбөҙҙән килә.” [Ҡөрьән-Кәрим:

“Әл-Муъминун” сүрәһе, 23:18].
Бөтә донъя һыу көнө тәүге тапҡыр 1995 йылда билдәләнә. Бөтә Донъя һыу көнө һыу ресурстары торошона йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәр кемде һыуҙың әһәмиәте тураһында уйланырға саҡыра. Сөнки тиҙҙән эсәр һыуға ҡытлыҡ булыуы ихтимал. Һуңғы 100 йылда һыу ҡулланыу ете тапҡырға артҡан.
Халыҡ-ара белгестәр фекеренсә, эсәр һыуға ҡытлыҡ XXI быуатта төп мәсьәләгә әйләнәсәк.
*Планетаның 70 проценты донъя океаны, икенсе төрлө әйткәндә, һыу менән ҡапланған.
*Ер шарындағы һыуҙың 3 проценты ғына тоҙло һыу булып иҫәпләнмәй, етмәһә, уның да күпселеге боҙ рәүешендә.
*Бөтә һыуҙың 1,1 проценты ғына эсергә яраҡлы.
*Ер йөҙөндә 400 миллионға яҡын кеше һыу етмәгән төбәктәрҙә йәшәй. Миллиардҡа яҡын кеше ябай эсәр һыуһыҙ интегә.
*Кеше һыуһыҙ 3 – 5 көн генә йәшәй ала.
*Оло кешенең организмы 60 – 70 процентҡа һыуҙан тора, ә инде балаларҙыҡы – 80 процентҡа. Биш айлыҡ яралғының 94 проценты – һыу.
*Уртаса алғанда, кеше үҙ ғүмерендә 35 тонна һыу эсә.
*Иң күп һыу ауыл хужалығында тотонола. Бер килограмм бойҙай етештереү өсөн – 4, ә инде бер килограмм һыйыр ите етештереү өсөн 10 литр һыу кәрәк.
Зөлфиә ХӘЙБУЛЛИНА, Күгәрсен ауылы:
- Һыу, ысынлап та, йәшәү сығанағы. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл йылғалар һайыға, күлдәр ҡорой, кәмей. Әбейем һөйләй торғайны: борон ауыл эргәһендәге йылғала ат йөҙҙөрҙөләр , тип. Ә хәҙер йылға кисеп сыҡмалы ғына, һыуы теҙҙән дә булмай.
Беҙ бәләкәй саҡта йәй көндәрен һыу буйында уйнап үткәрҙек. Йылға буйындағы баҫмаларҙы йүкә йыуғыс менән менән ышҡып тороп йыуып ҡуябыҙ ҙа, кипкәс, эшебеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ. Сандалийҙарыбыҙҙы ла ҡом менән ышҡып йыуып, таҙартып алыр инек.
Көн һайын йылғаға һыуға барабыҙ, өйҙә иҙән йыуырға һыу алып ҡайтабыҙ. Һуңынан иҙән йыуғыстарын, силәктәребеҙҙе йылғаға алып төшөп, сайҡатабыҙ ҙа таҙа һыу тултырып алабыҙ.
Элек ауылда урам ҡоҙоҡтары ла булды. Эсергә шунан көйәнтәләп ташыныҡ. Ауылдың үрге яғында йылға буйында Әһли бабай соҡоған бәләкәйерәк ҡоҙоҡ та бар ине. Һыуы тәмле тип, гел шунда барыр инек көйәнтәләп. Һыу алғас, япраҡ, сүп-сар төшмәһен тип, ҡоҙоҡ ҡапҡасын ябып ҡуябыҙ.
Хәҙер һәр йортҡа ҡалалағы һымаҡ һыу ингән, ишек алдында ҡоҙоҡ-ҡойолар ҙа бар. Көйәнтәләп күптән һыу ташымайбыҙ. Ауыл урамында ла ике генә ҡоҙоҡ бар. Уларҙы матурлап, яңыртып ҡуйҙылар. Ауылға килен төшөргәндә, киленде һыуға шунда алып баралар.
Һүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас