Әйткәндәй, Күгәрсен районында ла донъя, Рәсәй, республика кимәлендә танылыу яулаған яҙыусылар, шағирҙар байтаҡ. Зәйнәб Биишева, Александр Филлипов, Рәмил Йәнбәков, уның ағаһы Венер Йәнбәков, Зөфәр Вәлит, Сәрүәр Суриналарҙың исемдәре нисәмә быуынға таныш, шулай уҡ Хәким Алсынбаев, Зөлфиә Хәйбуллина, Вәғиз Мәғизов, Тәлғәт Ишемғоловтарҙың да был йүнәлештәге эшмәкәрлеге оло иғтибарға лайыҡ.
Тағы ла шуны билдәләп үтеү урынлы булыр: беҙҙең районда Башҡортостан яҙыусылар союзы ҡарамағында асылған “Оло Эйек буйында” әҙәби берекмә эшләп килә. Был ойошма районда хәҙерге әҙәбиәттең формалашыуына, үҫеүенә үҙ өлөштәрен индергән авторҙарҙы берләштереп кенә ҡалмаясаҡ, яңы таланттарҙы асыҡлау, йәш ижадсыларҙы йәлеп итеү йүнәлешендә лә әүҙем.