Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Май 2020, 17:40

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев Ҡайғылы әсә һәйкәленә сәскәләр һалды

Бөгөн, Еңеү көнөндә, район етәкселәренән торған бер төркөм Мораҡтағы яңыртылған Дан Аллеяһында батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алды.

Бөгөн, Еңеү көнөндә, район етәкселәренән торған бер төркөм Мораҡтағы Дан Аллеяһында йыйылды.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, район Советы рәйесе һәм секретары Айрат Болғаиров менән Руслан Әхмәров, отставкалағы майор Фәиз Хәлитов, Мораҡ ауыл хакимиәте башлығы Александр Жердев, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссар Ришат Ҡадиров һәм ҡайһы бер йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сәскә гөлләмәләрен яңыртылған Ҡайғылы әсә һәйкәленә һәм батырҙар исемдәре яҙылған таҡтаташтарға һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынып, иҫкә алды. Байрам уңайынан полиция хеҙмәткәрҙәре автоматтарҙан залп бирҙе, район мәҙәниәт һарайы сараны музыкаль яҡтан биҙәне.
Әйткәндәй, шәхси эшҡыуар Рәмил Айытҡужин эшселәре ҡыҫҡа ваҡыт арауығында Дан аллеяһын тәртипкә килтерҙе, ҡартайған ағастарҙы киҫеп, шыршылар ултыртты, ҡоймаларҙы буяны, ингән урынды рәтләне, яңы тротуар плиткә һалды, һәйкәлде Мораҡ 1-се һанлы урта мәктәпкә ҡаратып ултыртты.
Автор фотолары.
Читайте нас: