Ғәмһеҙ генә уйнап, ата-әсәләренә иркәләнеп кенә үҫер саҡтарында улар иңдәренә хәҙерге ололар ҙа күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар төшкән... 10-11 йәштән тормош арбаһына төптән егелеп, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоролар менән бергә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тиңһеҙ өлөш индергән улар. 1943 йылда төшөрөлгән был фотоһүрәттә Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылы балалары. 10-12 йәшлек ошо малайҙар – Байрамғәли Сәйетбатталов (аҡ күлдәктә), Шәмсетдин Моҡанаев (алда ултыра), Заһир Абдуллин, Ғәтиәт Әхмәтғәлин (баҫып торалар) – һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа иң ауыр эштәрҙе үҙ иңендә күтәрә.
Байрамғәли Ширғәле улы ( ул күренекле тел белгесе, ғалим Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовтың бер туған ҡустыһы) Зәлифә исемле һылыу ҡыҙға өйләнеп, биш бала үҫтерә, матур ғүмер кисереп, 2016 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
Шәмсетдин Моҡанаев Зәйнәп исемле ҡыҙ менән сәстәрен-сәскә бәйләп, өс балаға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул да күптән вафат булған. Заһир Абдуллин менән Ғәтиәт Әхмәтғәлин райондан ситтә төпләнәләр. Артабанғы яҙмыштары беҙгә билдәле булмаһа ла, уларҙың да матур ғүмер кисергәндәренә шик юҡ. Һуғыш йылдарында сыныҡҡан быуын бит улар!