“Ради жизни на земле” тигән был китапты уникаль тип атарға була: яу юлдарынан атлаған фотокорреспонденттарҙың фотоһүрәттәре тупланған унда. Һәр һүрәт тере тарихты сағылдыра. Был китап беҙгә шуныһы менән ҡәҙерле, уның һуңғы биттәренең береһендәге һүрәттә беҙҙең яҡташыбыҙ – Теләүембәт ауылы уҙаманы Әхмәт Кинйәғәли улы Яхин төшөрөлгән. 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәү ҡалаһында уҙған парадта ҡатнашҡан ваҡытта кадрға инеп ҡалған.
Әхмәт Кинйәғәли улы 1918 йылда Тәүәкән ауылында тыуған, 1939 йылда Ҡыҙыл Армияға алынған. 1941-1943 йылдарҙа Төньяҡ-Көнбайыш, аҙаҡ Брянск, Беренсе һәм Икенсе Белоруссия фронттарында, 1944-1945 йылдарҙа Өсөнсө Белоруссия фронтында һуғыша. 1945 йылдың 16 ноябрендә мобилизациялана. Күп йылдар Теләүембәт урта мәктәбе директоры булып эшләй, балаларға физика һәм математика фәндәренән белем бирә. 1994 йылда вафат була.