Бынан бер нисә йыл элек 1921 йылда Санъяп ауылында тыуып үҫкән Рамаҙан Фәтҡулла улы Насиров менән уның хәләле Мәғрифә Нәбиулла ҡыҙының мөхәббәт тарихы тураһында уларҙың ҡыҙы Нәйлә апай бер хат яҙып ебәргәйне. Йәшләй генә яратышып өйләнешкән ата-әсәһенең мөхәббәте хаҡында балалары аталары
мәрхүм булғас, уның ҡулъяҙмаларын уҡып ҡына беләләр.
- Беҙ өс бала үҫтек ғаиләлә. Әсәйебеҙ атайҙан иртәрәк китте. Уны юҡһыныуҙан, һағыныуынан ҡулына ҡәләм алғандыр инде ҡәҙерлебеҙ.
“Миңә 15-16 йәштәр самаһы булғандыр (1936 -1937 йылдар) Мәғрифәгә танышыу өсөн хат тапшырҙым. Июнь айы ине. Унан ыңғай яуап алдым. Шул көндән башлап беҙҙең аранан ел дә үтерлек булманы. Йәштәр беҙҙең һөйөү тураһында белделәр, араға инеүсе булманы. Ул ваҡытта инде һөйөшөү –ара-тирә күрешеү һәм хат алышыу ғына булды. 1940 йылдың май айында тәүге тапҡыр үбешеү эләкте. Шул уҡ йылдың октябрендә армияға повестка килде. Армиянан баш тартып булмай, Мәғрифәне лә ҡалдырып китеүе ауыр булды. Вәғәҙәләшеп айырылыштыҡ.
Алыҫ Көнсығышҡа эләктем. 4 йылдан ашыу фронт штабын һаҡлауҙа хеҙмәт иттем.
Япон самурайҙарынан ҡурҡманыҡ, хатта уларҙы пленға алған саҡтар ҙа булды.
Мәғрифә менән хәбәрләшеп торҙоҡ. Ул тыл михнәттәре хаҡында яҙа ине. Һуғыш башланыу менән трактористкаға уҡытҡандар. Уҡытыуҙары арлы-бирле генә булғандыр инде. Һүнгән тракторын ҡабыҙа алмай илап ултырғандарын яҙа ине.
Һөрөп булмай, сәсеп булмай,
Аптыраттың, йонсоттоң,” -тип йыр сығарҙыҡ тигәйне бер хатында.
Алһыҙ –ялһыҙ, аслы-туҡлы эшләүҙәрен, минең иҫән-һау ҡайтыуымды Хоҙайҙан ялбарыуын яҙа ине. Ул бик динле кешеләрҙең балаһы булды. Япондар капитуляция иғлан иткәс, беҙ Сахалин утрауына сыҡтыҡ. Штабҡа “Сахалинский” тигән исем бирҙеләр. Сахалинға “Балхаш” тигән ҙур кораблдә сыҡтыҡ. Унда дүрт эшелон йөк тейәлде. Татарский проливта тәүлек буйы һыуҙа бәүелдек. Кире ҡайтҡанда “Плеханов” кораблендә сыҡтыҡ. Көн матур, диңгеҙ тыныс ине.
6 йыл да 10 көн тигәндә өйгә килеп индем. Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, унан һуңғы аслыҡ та, яланғаслыҡ та еңә алманы. 1947 йылда өйләнештек. Ең һыҙғанып эшләнек, донъя ҡорҙоҡ. 3 балабыҙ булды. Улыбыҙ Исмәғил уҡып бөтөп, өйләнеп, тормош көтә башлағас, фажиғәле һәләк булды...
Мәғрифәм менән 54 йыл ғүмер иттек, 4 көн һымаҡ та булманы. Унан башҡа бер көнөм дә йыл һымаҡ тойола.
Һағындырыр инде, һағындырыр,
Көтөп-көтөп алған был көндәр.
Араларҙа тауҙар ятҡанда ла,
Бергә булды беҙҙең күңелдәр.
Был донъяла мәңгелеккә ҡалыр
Һине уйлап, янып-көйөүем.
Ысын микән, әллә хыял микән
Һине генә, һине һөйөүем?” –тип яҙған ул дәфтәргә.
Ошо юлдар менән атайымдың яҙмалары тамамлана.
81 йәшендә ошондай иҫтәлектәр яҙып ҡалдырғас, уларҙың йәшлектәгеләй саф хистәренә, ҡайнар мөхәббәтенә һоҡланмау мөмкин түгел.Аҙ һүҙле атайым беҙгә мөхәббәт, яратыу тураһында бер ҡасан да һөйләмәне, ә тормошта улар өлгө алырлыҡ пар булды, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашҡайны Нәйлә Рамаҙан ҡыҙы.