Күгәрсен урта мәктәбендә Эльвира Сибәғәт ҡыҙы Абдуллина менән беҙ бер йылда эшләй башланыҡ. Ул ваҡытта урта мәктәпте тамамлаған ҡыҙға йыр дәрестәрен ышанып тапшырҙылар. Мораҡ ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙы Күгәрсендә барыһы ла белә ине, сөнки ул һәр каникулды өләсәһе янында үткәргән, ауылда туғандары ла күп ине.
Өләсәһе Хәсбикамал әбей беҙҙең күрше булғас, мин уның янына йыш инә торғайным. Һәр балаһына бәхет, донъяларҙың имен булыуын теләп кенә ултырыр ине. Киң күңелле, йомарт, аҡыллы инәй бөтә кешегә лә изгелекле булды, берәүгә лә асыу һаҡламаны, кешеләрҙең яҡшы яҡтарын ғына күрҙе.Ҡайһы ваҡыт эсем бошоп инәйгә зарланырға инһәм, күҙ ҡараштарымдан уҡ эштең ниҙә икәнен һиҙгән әбей: “Эй, балаҡай, бәхетең бар. Иптәшең шул тиклем һәйбәт, балаңды нисек ярата... “- тип күңелде күтәрерлек һүҙҙәрҙе теҙеп китер ине. Уның һүҙҙәренән күңелдәр күтәрелә, ҡанаттар үҫә. Бына ошо инәй тәрбиәһен алған ҡыҙ ул Эльвира Сибәғәт ҡыҙы.
Йәш педагог мәктәптә бер йыл эшләгәс, башланғыс класс уҡытыусыһы булыу хыялын тормошҡа ашырып, Өфөгә юғары уҡыу йортона инде. Йәштәргә генә хас сәм һәм ғәм менән башкөлләй студент тормошона сумған тырыш ҡыҙ, бында ла алдынғылыҡты бирмәне. Студент йылдарында Күгәрсен урта мәктәбендә физкультура
уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән Зиннур Ҡәйүм улына тормошҡа сығып, үҙ ғаиләһен дә ҡорҙо. Юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алғанда Эльвира Сибәғәт ҡыҙы әсәй булыу бәхетенә ирешеп, ҡыҙын да үҫтерә ине инде. Ғаиләң, балаң булғанда башҡалар менән бер рәттән уҡыуыңды ла алып барыуы ни тиклем ауыр икәнен үҙ башынан үткәргәндәр генә яҡшы аңлайҙыр. Уҡыуҙа өлгөрмәгән саҡтарында ҡыҙын яҡындары ҡарашты.
Бына, ниһайәт, ҡулына башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломы алған Эльвира Сибәғәт ҡыҙы ең һыҙғанып эшкә тотондо. Йәш ғаилә күркәмлеге менән айырылып торған Күгәрсен ауылында төпләнде.
Бынан бер тиҫтә йылдар элек ойоштороу һәләте булған тырыш уҡытыусыны урта мәктәптең директоры итеп тәғәйенләнеләр. Элек-электән үҙенең үҙенең көслө уҡытыусылары, уҡыусылары менән дан тотҡан белем усағының бәҫен төшөрмәү, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулау өсөн тағы ла тырышып эшләй башланы Эльвира Сибәғәт ҡыҙы. Әле мәктәптең эсе лә, тышы ла ялт итеп тороуында, балаларҙың яҡты, иркен кабинеттарҙа, заманса техник саралар менән тәьмин ителгән класс бүлмәләрендә белем алыуында, мәктәптең, уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың яңынан-яңы уңыштарға ирешеүендә, еңеүҙәр яулауында етәксенең роле һәм өлөшө бик ҙур.
Үткән йыл беҙҙең мәктәп үҙенең 75 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләне, белем усағы юбилейын республиканан ғына түгел, сит өлкәләрҙән ҡунаҡтар саҡырып, ҙур тантана итеп ойоштора алған Эльвира Сибәғәт ҡыҙы үҙенең оҫта етәксе икәнен тағы ла бер ҡат иҫбатланы.
Белем биреү процесын камиллаштырыуҙың сиге юҡ, ныҡышмалы эҙләнергә, заманса алымдарҙы ҡулланып, билдәләнгән йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эш алып барырға кәрәк. Эльвира Абдуллина етәкселегендәге беҙҙең Күгәрсен урта мәктәбе коллективы ла бөгөнгө көн талаптарын аңлап, балаларға тормошта дөрөҫ юл табырға ярҙам итә, яңы алымдарҙы, эш төрҙәрен индереп, традицияларҙы һаҡлап, уҡыусыларҙа белемгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, уларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Киләсәккә изге маҡсаттар ҡуйған белем усағыбыҙҙың артабан да уңыштары мул булыр, тип ышанабыҙ.
Һәр бер кешенең бәхете бер нисә төшөнсәгә бәйле: яратҡан эшең булыуҙа, яратҡан кешең менән тормош тормош юлын лайыҡлы үтеүҙә. Эльвира Сибәғәт ҡыҙы ғаиләһенән дә бик уңды, йәшләй генә ҡауышҡан һөйгән йәре Зиннур Ҡәйүм улы менән бик матур тормош көтәләр, ике бала үҫтереп, уларға матур тәрбиә бирҙеләр. Егәрле хужа менән хужабикәнең донъялары ла ялт итеп тора, гөл-сәскәгә күмелеп ултыра, иң беренсе уларҙа ҡыяр-помидор өлгөрә, иң эре картуф та уларҙа үҫә.
Ошо көндәрҙә хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, Күгәрсен урта мәктәбе директоры Абдуллина Эльвира Сибәғәт ҡыҙы үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. Уны күркәм юбилейы менән тәбрикләп, иҫәнлек-һаулыҡ, һәр саҡ шулай бәхетле, шат булып йәшәүен теләйбеҙ.
Күпме булһа ерҙә изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Күгәрсен урта мәктәбе коллективы исеменән Әлисә Маннанова.