Түкәт – 53 йорттан ғына торған бәләкәй башҡорт ауылы. Ул район үҙәгенән 30 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Башлыса оло быуын вәкилдәре көн итә унда. Бер нисә йәш ғаилә лә бар. Улар, ауылда эш булмағас, ситкә йөрөп эшләй. Ишле мал аҫрап, баҡса үҫтереп йәшәгәндәр ҙә бар. Һәр хәлдә, ауылда ҡот һаҡлаған ғаиләләр юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе –Миңлегөл Миңлеғәли ҡыҙы менән Хәйбулла Абдулла улы Аллабирҙиндар. Улар икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән, ошо ауылда төпләнгән.