Мораҙым
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2020, 13:06

Республикала февраль аҙағында епшек ҡар яуыуы, ә март башында көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡыштың һуңғы айы епшек ҡар һәм ел менән тамамлана, ә яҙҙың тәүге айы ҡышҡыса һалҡын көндәр менән башлана. Синоптиктар марттың беренсе өс көнө һалҡын тороуын, февраль аҙағында ямғыр, епшек ҡар яуыуын, көслө ел сығыуын фаразлай.

Йома, 28 февралдә, төндә республикала бер аҙ епшек ҡар яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, тайғаҡ. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1,-4, көндөҙ 0,+5.
Шәмбе, 29 февралдә, бер аҙ епшек ҡар, төндә көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ, урыны менән боҙлауыҡ. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ +2,-3, төндә көньяҡ-көнсығышта -7-гә тиклем. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа ҡапыл көсәйеүсән.
Йәкшәмбе, 1 мартта, бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Һауа температураһы төндә -1,-6, аяҙытҡанда -11-гә тиклем, көндөҙ +2,-3. Ел талғын.
Фото с сайта million-wallpapers.ru
Читайте нас: