Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар 2020, 17:45

Эштәре көйлө бара

Түбәнге Һапаш ауылынан йыраҡ түгел ерҙә Хәбир Сләүчиндың "Искәндәр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте урынлашҡан, уның хужалығында барлығы 128 баш мал иҫәпләнә, уларҙың 50-һе һауын һыйыр булһа, 50-һе тана һәм башмаҡтар.

Түбәнге Һапаш ауылынан йыраҡ түгел ерҙә урынлашҡан мал фермаларында ҡасандыр һыйырҙар аҫралды, унда Хоҙайбирҙин исемендәге колхоздың бар республикаға билдәле, хеҙмәттәре өсөн орден-миҙалдарға лайыҡ булған һауынсылар эшләне.
Әлеге мәлдә бында “Искәндәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һыйырҙары һәм быҙауҙары, ауыл хужалығы техникаһы урын алған.
- Малдар артыҡ күп түгел, барлығы 128 баш ҡына, уларҙың 50-һе һауын һыйыр булһа, 50-һе тана һәм башмаҡ, - тип һөйләй Хәбир Сләүчин. – Киләсәктә һауын һыйырҙарҙы 70-80-гә, дөйөм мал һанын 170-180-гәсә арттырырға ниәтләйбеҙ. Ҙур булмаған коллектив менән бергә малдарҙы яҡшы ҡарарға тырышабыҙ. Продукцияны Ермолаево ауылындағы “Куюргазамолоко” йәмғиәтенә тапшырабыҙ. Ҡышҡа етәрлек бесән, һалам, фуражды үҙ көсөбөҙ менән әҙерләнек. Малдарға Мәләүез шәкәр заводынан килтерелгән сей һығынды ла бирелә.
Һауынсылар Эльвира Ризванова, Зөлфиә Ишкинина, Әнисә Мәжитова, малсылар Шәфҡәт Кирәев, Фәүрәт Ишкинин һәм Марсель Кирәев (ул шулай тырыш механизатор ҙа) үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай. Бындай хеҙмәтсәндәр булғанға, эштәр ҙә көйлө бара.
Анатолий КАЗАКОВ.
Һүрәттә: Х.Сләүчин һәм М. Кирәев.
Читайте нас: