Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2019, 13:10

Һалдат ҡайтты

Күгәрсен ауылында йәшәүсе Әлисә һәм Хәмзә Маннановтар ғаиләһендә ошо көндәрҙә оло байрам: улдары Азат тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп, ниһайәт, тыуған йортҡа аяҡ баҫты.

Ата-әсә өсөн балаһын иҫән-һау күреүҙән дә ҙурыраҡ ҡыуаныс бармы һуң... Күгәрсен ауылында йәшәүсе Әлисә һәм Хәмзә Маннановтар ғаиләһендә ошо көндәрҙә оло байрам: улдары Азат тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп, ниһайәт, тыуған йортҡа аяҡ баҫты.
Йәш һалдатты гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа яҡшы белә: Күгәрсен урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған егеттең уҡыу йылдарындағы уңыштары хаҡында баҫмабыҙҙа әленән-әле яҙылып торҙо. Яҡшы уҡыуҙан тыш, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөп үҙ һәләттәрен камиллаштырырға ла ваҡыт тапҡан, баянда оҫта уйнаған, йырға маһир булған Азат төрлө мәҙәни сараларҙа йыш ҡатнашты. “Күгәрсен һандуғасы - 2014” район йыр конкурсында 1-се урынға лайыҡ булды, башҡа бәйгеләрҙә лә призлы урындар алды.
Йәш яҡташыбыҙ армияға Өфө дәүләт нефть техник дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын, Өфө дәүләт авиация техник университеты магистратураһын тамамлағандан һуң китә, башта Воронеж ҡалаһында күнекмәләр үтә, аҙаҡ Анапа ҡалаһында – “Эра” хәрби инновацион технополисында хеҙмәт итә.
- Ике улыбыҙ ҙа ил алдындағы изге бурысын үтәне, улар менән ғорурланабыҙ. Азат улыбыҙ диндә, хеҙмәт иткән урынында намаҙҙарын уҡыу өсөн бар мөмкинлектәр ҙә булған. Ашханала ла хәләл ризыҡтар менән туҡланыу яйы табылған. Һалдаттарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәт булыуы беҙҙе бигерәк тә ҡыуандырҙы, - ти Әлисә апай.
Өлгөр яҡташыбыҙ әрмелә лә һынатмай, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, спорт һәм мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай, маҡтау грамоталарына лайыҡ була. Әйткәндәй, улдары хеҙмәт иткән частан Әлисә Ишбирҙе ҡыҙы менән Хәмзә Шакир улына Рәхмәт хаты килә.
Унда “Һеҙҙең улығыҙ Азат хеҙмәт итеү осоронда үҙенең хеҙмәт һөйөүсәнлеге, хеҙмәткә яуаплы ҡарашы, намыҫлылығы, иптәштәренә ярҙамсыллығы, бөтә белемен һәм тәжрибәһен хәрби хеҙмәтендә ҡуллана белеүе менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Улығыҙға лайыҡлы тәрбиә биргәнегеҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ” тигән юлдар бар.
Читайте нас: