Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2019, 13:20

Тел бәҫен үҙебеҙ күтәрәбеҙ

Телебеҙҙең әһәмиәтен күтәреүгә арналған “Туған телгә табан 100 аҙым” проекты буйынса Күгәрсен башҡорттары ҡоролтайы ла үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре менән берлектә Милли китапхана тәҡдим иткән исемлеккә өҫтәмә рәүешендә районда һәр кем уҡырға тейешле исемлек булдырҙы. Унда Күгәрсен районынан сыҡҡан билдәле әҙиптәр Зәйнәб Биишева, Александр Филиппов (башҡортсаға тәржемә ителгән шиғырҙары) Рәмил Йәнбәк, Венер Йәнбәк, Тамара Ғәниева, Зөфәр Вәлит, Хәким Алсынбаев, Мадриль, Марсель Ғафуровтар, Тәлғәт Ишемғолов, Зөлфиә Хәйбуллина, Вәғиз Мәғизов һәм башҡа ижадсыларҙың шиғырҙары, әҫәрҙәре, шул иҫәптән, башҡорт телендә сыҡҡан “Мораҙым” район гәзите лә ингән.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Башҡорт теле көнө” тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө – 14 декабрь йыл һайын “Башҡорт теле көнө” булараҡ билдәләнәсәк.
Телебеҙҙең әһәмиәтен күтәреүгә арналған “Туған телгә табан 100 аҙым” проекты буйынса Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы ла үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре менән берлектә Милли китапхана тәҡдим иткән исемлеккә өҫтәмә рәүешендә районда һәр кем уҡырға тейешле исемлек булдырҙы. Унда Күгәрсен районынан сыҡҡан билдәле әҙиптәр Зәйнәб Биишева, Александр Филиппов (башҡортсаға тәржемә ителгән шиғырҙары) Рәмил Йәнбәк, Венер Йәнбәк, Тамара Ғәниева, Зөфәр Вәлит, Хәким Алсынбаев, Мадриль, Марсель Ғафуровтар, Тәлғәт Ишемғолов, Зөлфиә Хәйбуллина, Вәғиз Мәғизов һәм башҡа ижадсыларҙың шиғырҙары, әҫәрҙәре, шул иҫәптән башҡорт телендә сыҡҡан “Мораҙым” район гәзите лә ингән.
Китапхана хеҙмәткәрҙәренә уларҙың китаптарынан күргәҙмә ойошторорға тәҡдим ителде
Читайте нас: