Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2019, 21:53

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы ҡыҫҡа була. Республика көнө уңайынан Башҡортостан халҡына өҫтәмә ял көнө бирелә. Быйыл байрам йомаға тура килә, шуға күрә өс көн рәттән: 11, 12 һәм 13 октябрҙә ял итергә мөмкин. Кесаҙна, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәтҡә ҡыҫҡара.

Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы ҡыҫҡа була. Республика көнө уңайынан Башҡортостан халҡына өҫтәмә ял көнө бирелә. Быйыл байрам йомаға тура килә, шуға күрә өс көн рәттән: 11, 12 һәм 13 октябрҙә ял итергә мөмкин. Кесаҙна, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәтҡә ҡыҫҡара.


Был көндәрҙә барлыҡ ҡалаларҙа һәм райондарҙа Республика көнөнә арналған байрам саралары уҙғарыла. Атап әйткәндә, мәҙәни һәм спорт саралары, экологик акциялар, ауыл хужалығы йәрминкәләре, сувенир продукцияһы, халыҡ кәсептәре әйберҙәре, халыҡ ҡулланылышындағы тауарҙар һатыу, социаль әһәмиәтле объекттар һәм учреждениелар (парктар, мәктәптәр, балалар баҡсалары) асыу, етем балаларға фатир асҡыстары тапшырыу ойошторола. Шулай уҡ эштәрендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү була.


Байрамдың тулы программаһы бында.
Читайте нас: