Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июнь 2019, 18:38

Башҡортостан Башлығын һайлау 8 сентябрҙә була

Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта Башҡортостан Башлығын һайлау көнөн тәғәйенләне. Һайлау 8 сентябрҙә була.

ӨФӨ, 2019 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.
Республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта Башҡортостан Башлығын һайлау көнөн тәғәйенләне. Һайлау 8 сентябрҙә була. Һайлау тураһында республика кодексының 10-сы статьяһына ярашлы, республика башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатҡан осраҡта, һайлау сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә уҙғарыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика парламенты депутаттары һайлау участкаларының эшен ике сәғәткә оҙайтты. Башҡортостан Башлығын һайлауҙа улар иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем эшләй.
«Һайлаусыларға уңайлы булһын өсөн участкаларҙың эш ваҡытын оҙайтабыҙ. Был норма күпселек халыҡҡа тауыш биреү мөмкинлеген бирергә тейеш, – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Хәҙер бөтәһенең дә эш графигы төрлөсә. Күптәр сменалап эшләй, йәкшәмбе көндө барыһы ла ял итмәй, айырыуса уңыш йыйыу осоронда. Ә кемдәр ял итә, ғаиләләре менән баҡсаға бара һәм кисен генә ҡайта, шуға тауыш биреп өлгөрмәй. Совет осоронда һайлау участкалары таңғы 6-нан киске 10-ға ҡәҙәр эшләй ине. Эш ваҡытын арттырыу һайлау комиссияларының эшендә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ тип уйлайым».