Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2019, 14:27

Ата-бабаларыбыҙ ҡаһарманлығы мәңге онотолмаҫ

Халҡыбыҙ борон-борондан яугирлығы, батырлығы менән дан ҡаҙанған. Яу килгәндә бер ҡасан ситтә боҫоп ҡалмаған ата-бабаларыбыҙ – иленә ҡалҡан булып дошман яуына ҡаршы сыҡҡан. Батырҙарыбыҙ менән ғорурланырға тулы хаҡыбыҙ бар беҙҙең!

Халҡыбыҙ борон-борондан яугирлығы, батырлығы менән дан ҡаҙанған. Яу килгәндә бер ҡасан ситтә боҫоп ҡалмаған ата-бабаларыбыҙ – иленә ҡалҡан булып дошман яуына ҡаршы сыҡҡан. Батырҙарыбыҙ менән ғорурланырға тулы хаҡыбыҙ бар беҙҙең!

Беҙҙең ауыл уҙамандары 1812-1814 йылғы Ватан һуғышында француздарға ҡаршы ҡаһармандарса һуғышҡан һәм уларҙы илебеҙҙән ҡыуып сығарып, Парижға тиклем барып еткән. Был яуҙа ҡатнашҡан зауряд-есаул Ғәбделмөьмин Йәнбәков, Ғабдрахман Арыҫланбәков, Ғәбделғәфәр Әмировтың исемдәре билдәле, һуңғыһы яу яланында һәләк булған. Ғабдрахман Парижды алыуҙа ҡатнашып, 2 көмөш миҙал алып, еңеү менән ҡайтҡан.

Бик күп ауылдаштарыбыҙ 1914-1918 йылдарҙағы Беренсе донъя һуғышында булған: Фәтҡулла Рәхмәтуллин, Фәхретдин Ҡарабаев, Сираждан Бүләшев, Фәтҡулла, Аллаяр, Мөхәмәт, Йәләлетдин Арыҫланбәковтар, Шәйхәттәр Сәғитов, Алтынғужа Алтынбаев, Мөхәмәт Ғәлиәкбәров (батырлығы өсөн 4-се дәрәжә Георгий миҙалы менән бүләкләнгән), Бәҙретдин Ҡарабаев (яуҙа ятып ҡала).

Бөйөк Ватан һуғышында ла ауылдаштарыбыҙ ҡартатайҙар ҡаһарманлығын ҡабатлай. Элекке һуғыштарҙа халҡыбыҙ дошманға ҡаршы уҡ-йәйә, винтовкалар менән барһа, һуңғыһында танк-самолеттар, артиллериялар кеүек заманса ҡоралдар менән ҡораллана.

Аяуһыҙ һуғыш халҡыбыҙға әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур юғалтыуҙар, михнәттәр алып килде. Ауылыбыҙҙан етмеш ике кеше фронтҡа алынһа, уларҙың утыҙы яу яландарында ятып ҡала. 1941 йылда биш кеше -Әхмәҙулла Ғәлимов, Әбдрәхим Сәғитов, Сәғиҙулла Алтынбаев, Миңлеғужа Рәхимов, Әхмәтшәриф Мәзитов хәбәрһеҙ юғала. Һуңғыһының улы - Ишбулды Әхмәтшәриф улы эҙәрмәндәр отряды ярҙамында атаһының ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлай.

1942 йылда ун ауылдашыбыҙ өсөн һуғыш тамамлана, өс кеше - Тимерғәли Арыҫланбәков, Минһажетдин Ҡарабаев, Сөләймән Яҡшыбаев һәләк була, етәүһе – Сәхиулла Алтынбаев, Ғәйфетдин Сәғитов, Ишбулды Ишмөхәмәтов, Хөрмәтулла Әмиров, Рамаҙан Әлибаев, Шәмсетдин Алтынбаев, Ғиниәт Алсынбаев хәбәрһеҙ юғала (мәғлүмәттәр “Хәтер” китабынан алынды – авт.).

Ете кеше иһә 1943 йылда һәләк була, бына улар: Абдулхаҡ Арыҫланбәков, Зәки Яҡшыбаев, Хәкимйән Әбдрәхимов, Кәрим Ғүмәров, Низаметдин Ҡарабаев, Мөстәҡим Намаҙғолов, Кәлимулла Рәхимов. Хаммат Алсынбаев менән Хөснолхаҡ Ғәҙеләйевтың “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәре килә. 1944 йылда иһә өс ир-егетебеҙ – Ғәзизйән Әбдрәхимов, Сиражетдин һәм Имаметдин Ҡарабаевтар, һуғыштың һуңғы йылында Абдрахман Йәнбәков менән Сөләймән Яҡшыбаев башын һала. Әхтәм Ситдиҡов, Тимербай Смаҡаев, Шәмсетдин Арыҫланбәков, Тимербулат Ғүмәров, Вәлиулла Сәғитов, Рәшит Яҡшыбаев, Хисаметдин Арыҫланбәков, Хәмәткилде Ғәлиәкбәров 1942-1944 йылдарҙа яраланып ҡайта.

Еңеү яулап ҡайтҡан 42 яугир ең һыҙғанып илде тергеҙеү, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона. Улар араһында оҫта механизаторҙар, малсылар һ.б. һөнәр эйәләре була, улар һәр саҡ алғы сафта бара. Мәҫәлән, Насрулла Ғөбәйҙуллин тракторсылар бригадиры, тимерсе булып эшләне; Шәрәфулла Хәлитов та оҫта тимерсе ине; Таһир Харрасов башта механизатор, аҙаҡ малсы булараҡ башҡаларға алдынғылыҡты бирмәне; хужалыҡтаҡорамалдар мөдире булып эшләүсе Абдулғәлләм Яҡшыбаев һәр ваҡыт сбруй, сана-арбаларҙы төҙөк хәлдә һәм етерлек күләмдә тотто; Ғәлим Яҡшыбаев Өмөгөлсөм Арыҫланбәкова менән мал ҡарау буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәште; Хисаметдин Арыҫланбәков оҫта ат ҡараусы ине...

Һуғышҡа тиклем һәм унан һуң хужалыҡта мал һарайҙары, келәттәр ағастан төҙөлә ине. Был эштәрҙе оҫта балтасылар - Хәйбулла Рәхимов, Ғәни Исламғолов, Дәүләтҡол Сәғитов, Ғәйнетдин Алтынбаев, Әхмәт Әмекәсов, Әхмәт Йәнбәков, Рафиҡ Йәнбәков, Биктимер Ҡарабаев, Рәшит Яҡшыбаев йырып сыҡты. Әхтәм Ситдиҡов, Әсмә Ситдиҡова, Хөснулла Рәхмәтуллин, Мәғәз Алсынбаев, Вәлиулла һәм Дәүләтҡол, Рәшит Сәғитовтар, Насрулла Ғөбәйҙуллин, Зәйнетдин Ҡарабаев, Ғизетдин Алтынбаев, Насретдин Арыҫланбәков, Зәбих Әмиров, Әбделхаҡ Байтимеров, Зөфәр Ғәббәсов, Хәмәткилде Ғәлиәкбәров, Тимербулат Ғүмәров, Тимербай Смаҡаев, Мөхәмәт Йәнбәков, Ғәлим һәм Ғәлийән Яҡшыбаевтар төрлө өлкәләрҙә үҙ-үҙҙәрен аямай эшләне.

Һуғыш осоронда тыл да ла еңел булмай, бар эш ҡарт-ҡоролар, ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр ҡулына ҡала. Шул дәүерҙә тыуған балаларға ла еңел булманы.

Әлеге ваҡытта һуғыш ветерандарының барыһы ла ысын донъяла ята, уларҙың йәндәре йәннәттә булһын. Тыл ветерандары бары тик бишәү генә ҡалды: Миңнурый Ғафарова, Ярулла Мәжитов, Шәкир Арыҫланбәков, Ишбулат Бүләшев, Әсмә Сәғитова. Ауылдың иң өлкән кешеләре - һуғыш балалары Фәйзразман Арыҫланбәковҡа, Мәфтуха Рәхимоваға ла шул осор михнәттәрен татырға тура килә. Уларҙан һуң килгән быуын кешеләре лә шундай ауырлыҡтарҙы күреп йәшәнеләр, тырышып эшләнеләр. Эшһөйәр, егәрле, көслө рухлы кешеләр булдылар. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ улар менән иңгә-иң терәшеп, колхоз эшенә йөрөнөк.

Бесән мәлендә өмәләр уҙғарылғаны айырыуса иҫтә ҡалған. Унда эшләй алырҙай йәше лә, ҡарты ла ҡатнашты. Урып-йыйыу ваҡытында ла халыҡ берҙәм булды.

Аслы-туҡлы йәшәгән саҡтар ҙа булды. Колхозсылар “трудоденгә” эшләне, йәғни эш хаҡы уңыш йыйып алынғандан һуң түләнде. Икмәккә ондо ҡул тирмәнендә тартып, ярманы килелә төйөп ала инек. Ваҡ тоҙ булмағанда “кормовой” тоҙҙо ла килелә ваҡланыҡ. Ишле ғаиләләргә айырыуса ҡыйыныраҡ булды, ә ул ваҡытта күптәр 5-9 бала үҫтерҙе. Атҡолаҡ, алабута, бәпкә үләндәре менән аш бешерҙеләр. Ғөмүмән, ғаиләне ҡарау өсөн атай-әсәйҙәргә күп көс һалырға тура килде. Колхоз эшенән бушаған ваҡытта ниндәйҙер кәсеп менән булышып ҡына ризыҡ менән тәьмин иттеләр. Урман-яландарҙы үҫкән емеш-еләктәр, һөт-ҡатыҡ, ҡаймаҡ, йомортҡа, һалабаштан эшләнгән йүкә, ҡап, септә – барыһы ла һатыуға китте һәм ишемтәгә ҡушымта булды.

Тормош ауырлыҡтарын күреп, сынығып үҫкән балалар артабанғы тормошта ла юғалып ҡалманы, бына тигән һөнәрмәндәр, маҡтаулы шәхестәр булып киттеләр. Улар араһында Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған Ғизетдин Алтынбаев менән Зәйнетдин Ҡарабаев та бар. Был исемлекте байтаҡ дауам итергә булыр ине, сөнки маҡтаулы исемдәргә, юғары наградаларға лайыҡ булғандар бик күп, тик гәзит бите генә етмәҫ...

Тормош алға бара, ауылдар ҙа күҙгә күренеп матурлана. Хөрмәтле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың Беренсе Президенты Моратаза Рәхимов, башҡа ауылдар менән бер рәттән, Дауыт-Ҡайыпҡа ла ҙур ярҙам күрһәтте. Урамдарға асфальт түшәлде, юлдар, күперҙәр ремонтланды, быуалар төҙөлдө, ауылыбыҙҙа ат фермаһы, ҡымыҫ эшләү цехы сафҡа индерелде, һыу, газ үткәрелде, социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлдө. Ошоларҙың ҡәҙерен белеп, матур йәшәргә генә ҡала. Арҙаҡлы шәхесебеҙ әле лә ярҙамынан ташламай. Дауыт-Ҡайып ауылы тарихы һәм шәжәрәләре китабын баҫтырып сығарыуҙы финансланы, мәсеткә электроэнергия йәһәтенән матди ярҙам күрһәтте, йыл һайын ҡорбан байрамдарына һарыҡ бүләк итә. Уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Тағы бер яҡташыбыҙ – Сорғот ҡалаһында йәшәгән Мөхтәр Сәғитов ауылдаштары яҙмышына бер ҡасан да битараф ҡалмай. Ауылда уҙған һәр сарала әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалмай, төрлө яҡлап ярҙам да күрһәтә.

Ауылыбыҙға, уның мәсетенә ярҙам итеүсе ауыдаштарыбыҙ күп: Ишбулды Рәхимов, Рәил, Сөләймән һәм Азамат, Альберт һәм Ринат Яҡшыбаевтар, Урал Ибраһимов, Руслан Арыҫланбәков, Әкрәм Әбдрәхимов, Айнур, Марат Рәхимов, Айҙар Ҡыҙрасов һ.б.

Ауылыбыҙ йәштәренең күбеһе “Тәүәкән” йәмғиәтендә эшләй һәм матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауылыбыҙ киләсәге өмөтлө, иншә Аллаһ! Халҡыбыҙ берҙәм, шуныһы айырыуса ҡыуандыра. Әле күптән түгел уҙған өмәнән ситтә ҡалманылар, ауылға ингән юл буйҙарын таҙарттыҡ, зыяратты тәртипкә килтерҙек, ағас үҫентеләре ултырттыҡ. Мәсет ихатаһына ултыртылған ҡарағай үҫентеләре киләсәктә урман булып шаулар, уға 72 яугир хөрмәтенә “Батырҙар аллеяһы” исеме бирелде.

Дауыт-Ҡайыпта Еңеү көнө йылда матур үтә, ситтә йәшәгәндәр ҙә ҡайта. Быйыл да был матур йола боҙолманы... Көйөргәҙе районынан килгән Минияр Хәйбуллиндың шәхси музей экспонаттары – халҡыбыҙҙың хәрби ҡоралдары, кейемдәре барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. “Үлемһеҙ полк” акцияһы хәҙер ауылдарға ла килеп етте, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡулындағы аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттән баҡҡан ветерандар, әйтерһең дә, бер миҙгелгә булһа ла беҙҙең араға әйләнеп ҡайтты. Обелискыға сәскәләр һалынғандан һуң, яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алыу ҙа һәр кемде тулҡынландырғандыр...

Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөбәйер Әбдрәхимов барыһын да байрам менән ҡотлағандан һуң, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ Мөхтәр Сәғитов, Минияр Хәйбуллин үҙҙәренең йөрәк түренән сыҡҡан ҡотлау һүҙҙәрен яңғыратты. Мәсеттә байрам ашы ашатылғандан һуң, ауылдың имам-хатибы Ишмөхәмәт барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп аят-доғалар уҡыны.

Атай-олатайҙарыбыҙҙың һуғыштағы ҡаһарманлығы онотолмаҫ, улар мәңгелеккә халыҡ хәтеренә уйылған. Бөйөек Еңеүгә 74 йыл тулды, ваҡыт ағымында был йылдар кес кенә тамсы... Ныҡлы әҙерлекле дошманға йәне-тәне менән аршы тороп, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ ҡалҡаны булған быуындың баһаһын тулы аңлау өсөн артығы менән еткәндер был ваҡыт.

Ишмөхәмәт АРЫҪЛАНБӘКОВ.

Дауыт-Ҡайып ауылы.




















Читайте нас: