Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2018, 22:49

Өфө-Мәскәү билеттары арзанайҙы: 2,5 мең һумға осорға мөмкин

Хәҙер Өфөнән Мәскәүгә 2,5 мең һумға осорға мөмкин. Осоштар менән яңы авиакомпания — «Комиавиатранс» шөғөлләнә. Яҡындағы осош 13 ғинуарға билдәләнгән, өфөләрҙе «Домодедово» аэропорты көтә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Хәҙер Өфөнән Мәскәүгә 2,5 мең һумға осорға мөмкин. Осоштар менән яңы авиакомпания — «Комиавиатранс» шөғөлләнә. Яҡындағы осош 13 ғинуарға билдәләнгән, өфөләрҙе «Домодедово» аэропорты көтә.

Популяр йүнәлеш буйынса осоштар аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыла. Шәмбе көндәрендә Embraer ERJ самолеты Өфөнән иртәнге 6-сы 10 минутта оса. Кире йүнәлештә рейстар йәкшәмбегә, киске сәғәт 10-ға күҙалланған.


Бер яҡҡа иң осһоҙ билет 2 500 һум тора. Шулай була ҡалһа, ял көндәренә Мәскәүгә осоу бер кешегә 5 мең һумға төшә.
Читайте нас: