Мораҙым
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
16 Сентябрь 2021, 20:23

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл −2021” республика конкурсы башланды

Республиканың Хөкүмәт йортонда ойоштороу комитетының ултырышы булды, унда Башҡортостан Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры, ойоштороу комитеты рәйесе М.В. Забелин, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Э. Р. Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, табип-генетик, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре докторы, профессор С. Ш. Мырҙабаева, төрлө ведомстволар һәм ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл −2021” республика конкурсы башланды
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл −2021” республика конкурсы башланды

“Айыҡ ауыл – 2021» республика конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторола. Бәйге саралары респубика Башлығы гранты саралары иҫәбенә үткәрелә.

Ойоштороу комитеты рәйесе Максим Забелин билдәләп үтеүенсә, былтыр конкурс халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, муниципалитеттар араһында унда ҡатнашыу буйынса әүҙем эштәр алып барылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәре буйынса, йәмғеһе 2114 ғариза ҡабул ителгән, конкурста республиканың 54 районы ла ҡатнашҡан. Әйткәндәй, 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән конкурстың приз фонды ун тапҡырға арттырылғайны.

Конкурс республика өсөн яңылыҡ түгел: бынан бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара ошо йылдар эсендә үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм дәрт-дарман, хуплау уятты. Бәйгенең маҡсаты бер: кешеләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.

Атап әйткәндә, «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ул ҡабаттан тергеҙелде.

Проектта ҡатнашыуға сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаусы журналистар, эстрада йондоҙҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йәлеп ителә. Урындағы һәм дәүләт власы органдары иһә уның һөҙөмтәләре буйынса төрлө ҡануни акттар, башҡа документтар тәҡдим итә.

Бәйгелә ҡатнашырға дәғүә итеүселәр алкоголизм менән көрәшеүгә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Конкурстың тәүге этабына һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойоштороу комитеты презентация материалдарына нигеҙләнеп яһай.
Эльвира Айытҡолова проекттың фәҡәт республика халҡы әүҙемлеге менән уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Иң бәләкәй ауылдар ҙа бәйгелә әүҙем ҡатнаша һәм уңыштарға өлгәшә, тине ул.

– Әгәр 2019 йылда конкурстың муниципаль этабында республиканың 10% ауылдары ҡатнашһа, республика этабында – райондарҙың 87%. 2020 йылда – ауылдарҙың 47%, ә райондарҙың бөтәһе лә ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә, сәләмәт тормош рәүешен үҙ иткән, айыҡ тормош алып барған, төрлө үҙешмәкәр коллективтарҙа һәм спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнгән кешеләрҙең һаны, иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткән байрамдар һәм сараларҙың артыуы күҙәтелә; алкоголле эсемлектәрҙән ағыуланып вафат булған граждандарҙың һаны кәмей, араҡы продукцияһын һатыу кимәле түбәнәйә, -тип белдерҙе Эльвира Ринат ҡыҙы.

Конкурс тәртиптәренә килгәндә, унда ҡайһы бер үҙгәрештәр бар. Быйыл бәйге 2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың 30 июненә тикклем ике этапта үтә. Айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙа ыңғай тәжрибә ,өлгөлө миҫалдар менән уртаҡлашыу өсөн муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тә хуплана. 2020 йылда бындай тәжрибәне Баймаҡ һәм Белорет райондары ҡулланған.

Былтырғы кеүек үк конкурстың республика этабында еңеүселәр тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап билдәләнәсәк:
“Эре тораҡ пункттар”;
“Ҙур тораҡ пункттар”;
“Уртаса тораҡ пункттар”;
“Бәләкәй тораҡ пункттар”.

Һәр номинацила өсәрҙән 12 еңеүсе билдәләнәсәк. Бүләк фонды – 40 миллион һум.
6 миллион һумлыҡ иң ҙур приз “Эре тораҡ пункт” номинацияһында еңгән ауылға биреләсәк. Номинацияларҙа еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аласаҡ, тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап, приз суммаһы төрлө буласаҡ.

“Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар 16 сентябрҙән 30-на тиклем ҡабул ителә, 1 октябрҙән бәйгенең муниципаль этабы башлана. Бәйгелә ҡатнашырға дәғүә итеүселәр алкоголизм менән көрәшеүгә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Конкурстың тәүге этабына һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойштороу комитеты презентация метариалдарына нигеҙләнеп яһай.

Былтырғы йылдарҙағы кеүек, бәйге барышында төрлө тематик акциялар үткәреләсәк. Конкурс тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт, документтар Бөтә донъя башҡорттры ҡоролтайының рәсми сайтында, социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә буласаҡ.
Эштең һөҙөмтәлелеген күрһәтеү, мәғлүмәтте күберәк таратыу маҡсатынан бәйге хаҡындағы барлыҡ материалдарға #Трезвоесело2021#Айыҡауыл2021 хештегтарын ҡуйыу тәҡдим ителә. Аҙаҡ тап ошо билдәләр ярҙамында иң әүҙем мәғлүмәт таратыусылар билдәләнәсәк.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары
Г. Балтабаева.

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл −2021” республика конкурсы башланды
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл −2021” республика конкурсы башланды
Автор:
Читайте нас: