Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
24 Август 2021, 20:25

Ейәнсура районына урман янғындарын һүндереү өсөн ирекмәндәр кәрәк

Ейәнсура районының Казанка ауылы янында ирекмәндәр, урындағы халыҡ һәм профессиональ янғын һүндереүселәр урман янғынына ҡаршы көрәшә. Ут бер нисә йөҙ гектар ерҙе ялмап алған. Ейәнсура районы башлығы Дәмин Юланов һүҙҙәренсә, иртәнән уны һүндереүҙә 200-ҙән ашыу кеше һәм ун берәмек техника эшләй.

Ейәнсура районына урман янғындарын һүндереү өсөн ирекмәндәр кәрәк
Ейәнсура районына урман янғындарын һүндереү өсөн ирекмәндәр кәрәк

«Беҙ ирекмәндәр йыябыҙ. Казанка ауылы мәктәбендә координаторҙар бар, улар барыһын да аңлатыр, тейешле мәғлүмәт бирер. Ҡайнар аш менән туҡланыу ойошторола», — тип яҙҙы Дәмин Юланов.

Бәйләнеш өсөн координаторҙарҙың телефоны: +7 927 237 73 69 (Альмира), +7 927 927 31 48 (Фидан).

Фото: Ейәнсура таңдары

Автор:Башинформ
Читайте нас: