Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Урмандарҙа ебәк күбәләген юҡ итеү буйынса саралар башлана!

18 майҙан 15 июнгә тиклем Күгәрсен урмансылығының Мораҡ, Йомағужа, Наҡаҫ, Күгәрсен, Инәк, Эйек участка урмансылыҡтарында 50423,6 гектар майҙанда ебәк күбәләген юҡ итеү йәки бөтөрөү буйынса саралар үткәрелә. Уның 20362,8 майҙанындағыһын авиация ысулы менән, 30061 гектарҙағыһын ерҙән юҡ итеү ҡаралған. Тимәк, ошо арауыҡта урманға барыу, унда мал көтөү, бәшмәк, еләк-емеш, дарыу үләндәре йыйыу тыйыла.

Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт министрлығының 2020 йылдың 9 ноябрендәге “Зыянлы организмдарҙы ликвидациялау буйынса ҡағиҙәләрҙе раҫлау тураһында”ғы 913-сө бойороғона ярашлы, ағымдағы йылда Күгәрсен урмансылығының Мораҡ, Йомағужа, Наҡаҫ, Күгәрсен, Инәк, Эйек участка урмансылыҡтарында 50423,6 гектар майҙанда ебәк күбәләген юҡ итеү йәки бөтөрөү буйынса саралар үткәрелә. Уның 20362,8 майҙанындағыһын авиация ысулы менән, 30061 гектарҙағыһын ерҙән юҡ итеү ҡаралған.
Урманды һаҡлау буйынса сараларҙы 2021 йылдың 18 майынан 15 июненә тиклем Рәсәй Федерацияһы территорияһында ҡулланырға рөхсәт ителгән пестицидтар һәм химикаттар дәүләт каталогына индерелгән “Лепидоцид СК”, “Клонрин” биологик һәм химик препараттарын ҡулланып башҡарыу планлаштырыла.
Өҫтә әйтеп үтелгәндәр нигеҙендә, урмандарҙың санитар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм Башҡортостан Республикаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның 10 майҙағы 12-се һанлы протокол ҡарарырының 1.3 пунктын башҡарыу маҡсатында халыҡҡа, умартасыларға урманды һаҡлау эштәренең сроктары һәм ысулдары тураһында мәғлүмәт еткерергә. Тимәк, 18 майҙан 15 июнгә тиклем урманға барыу, унда мал көтөү, бәшмәк, еләк-емеш, дарыу үләндәре йыйыу тыйыла.
Читайте нас: