Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
1 Ғинуар 2021, 02:00

Мөлкәт, ер һәм транспорт һалымын түләүсе физик шәхестәр иғтибарына!

2018 йыл өсөн мөлкәт һалымын 2 декабрҙән дә ҡалмай түләргә кәрәк икәнлеген иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Был һалымға түбәндәгеләр инә:- физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым;- ер һалымы;- транспорт һалымы.

2018 йыл өсөн мөлкәт һалымын 2 декабрҙән дә ҡалмай түләргә кәрәк икәнлеген иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Был һалымға түбәндәгеләр инә:

- физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым;

- ер һалымы;

- транспорт һалымы.

2018 йыл өсөн мөлкәт һалымы түләүҙәре хаҡындағы белдереү ҡағыҙҙары (уведомления) республикала йәшәүселәргә сентябрь айында таратыла башлаясаҡ.

Физик шәхестәр мөлкәт һалымын һалым органдары төҙөгән белдереү һәм түләү ҡағыҙҙары нигеҙендә түләй. Белдереү ҡағыҙҙарына һалым һалынырға тейешле барлыҡ объекттар буйынса мәғлүмәттәр индерелгән, был ҡағыҙҙар түләү ваҡыты бөткәнгә тиклем 30 көндән дә һуңға ҡалмайынса ебәрелә.

Шәхси кабинет менән ҡулланыусылар белдереү ҡағыҙҙарын Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинеты аша электрон төрҙә аласаҡ. Ҡалғандарға йәшәгән урыны буйынса Рәсәй почтаһы аша 1 ноябргә тиклем ебәреләсәк.

Әгәр 2018 йыл өсөн иҫәпләнгән дөйөм һалым суммаһы 100 һумдан кәмерәк булһа, һалым белдереүе ебәрелмәй. Был суммалар артабан түләнәсәк һалымға ҡушыласаҡ.

Белдереү ҡағыҙҙары алмаған башҡа осраҡтарҙа йәшәү урыны йәки күсемһеҙ милек урынлашҡан урын буйынса һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә, шәхси кабинет йәки Федераль һалым хеҙмәтенең “Обратиться в ФНС России” интернет-сервисы аша мәғлүмәт ебәрергә була.

Һалымды үҙеңә уңайлы ысул менән түләргә була:

- түләү терминалдары аша, шулай уҡ онлайн-режимда;

- банк бүлексәләре аша;

- Рәсәй почтаһы бүлексәләре аша;

- Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы электрон сервис аша (www.nalog.ru): “Һалымыңды түлә” йәки “Һалым түләүсе физик шәхестең шәхси кабинеты”.

Хөрмәтле һалым түләүселәр! 2 декабрҙән дә ҡалмай мөлкәт һалымын түләргә онотмағыҙ!





















Читайте нас