Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
23 Сентябрь 2020, 17:31

“Тағылма” ун көнлөгө бара

2020 йылдың 15 сентябрендәге Башҡортостан Республикаһы Гостехнадзор инспекцияһы ҡарарына ярашлы, үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмаларҙы эксплуатациялау процесында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау маҡсатында 21 сентябрҙән 30-ына тиклем республикала “Тағылма” ун көнлөгө үтә.

Операцияның бурыстары:
- үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмаларҙы эксплуатациялағанда уларҙың техник торошон һәм норматив талаптарҙы үтәүҙе тикшереү (теркәү документтары, тракторсы таныҡлығы, ОСАГО полисы һәм башҡалар булыу-булмауы);
- теркәү иҫәбендә тормаған һәм алдағы йылдарҙа техник тикшереүгә килтерелмәгән физик шәхестәр исемендә булған үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмаларҙы асыҡлау маҡсатында ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары менән килешеү буйынса саралар үткәрергә һәм уларға ҡарата административ яуаплылыҡтың бөтә төрҙәрен ҡулланырға.
Ун көнлөк барышында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Урман хужалығы министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында рейдтар үткәреү ҡаралған. Гостехнадзорҙың район буйынса инспекцияһы тарафынан маршруттар билдәләнгән. Ул һәр йыл үткәрелеп килгән техник тикшереү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып эшләнгән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Гостехнадзорҙың Күгәрсен районы буйынса инспекцияһы.

Читайте нас: