Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
20 Март 2020, 13:07

Ғаилә тарихын өйрән

“Минең ғаиләм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында” ижади эш” Бөтә Рәсәй конкурсы иғлан ителде. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан йәш быуында һуғыш ветерандарына ҡарата ихтирам, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ хисен тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла. Конкурстың төп маҡсаттары: үҙ ғаиләңдең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тарихы, быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыу, хәҙерге заман гражданиның ижади һәләттәрен һәм яҙма телмәр мәҙәниәтен үҫтереү. Унда Рәсәй Федерацияһы территорияһында йәшәүсе 14-18 йәшлек граждандар ҡатнаша ала.Тулыраҡ - беҙҙең сайтта:

“Минең ғаиләм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында” ижади эш” Бөтә Рәсәй конкурсы иғлан ителде.
Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан йәш быуында һуғыш ветерандарына ҡарата ихтирам, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ хисен тәрбиәләү маҡсатында иғлан ителде. Конкурстың төп маҡсаттары:
- үҙ ғаиләңдең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тарихы;
- быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыу;
- хәҙерге заман гражданиның ижади һәләттәрен һәм яҙма телмәр мәҙәниәтен үҫтереү.
Унда Рәсәй Федерацияһы территорияһында йәшәүсе 14-18 йәшлек граждандар ҡатнаша ала.
Атап үтелгән темаларҙың береһенә конкурс эшен башҡарырға кәрәк:
“Фронт фотоһына ҡарайым” (фотоның барлыҡҡа килеү тарихы, шул осорҙағы кешеләрҙең яҙмышы), “Ғаилә ҡомартҡылары- һуғыш трофейҙары” (фронттан алып ҡайтылған йәки ебәрелгән берәй айырым әйберҙе һүрәтләү), “Ғаиләбеҙ яҙмышы - илебеҙ тарихында” (ғаилә архивы һәм хәтирәләр буйынса Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы ғаилә тарихын комплекслы тикшереү), “Һуғыштан килгән өс мөйөшлө хаттар” (ғаилә архивын, хаттарҙы, асылмаларҙы, шәхси көндәлектәрҙе, фотоларҙы өйрәнеү). Конкурс документтары [email protected] электрон адресына 6 апрелгә тиклем ебәрелә. Конкурс йомғаҡтары һәм еңеүселәрҙе бүләкләү датаһы тураһында мәғлүмәт РФ Федераль Йыйылыш Федерацияһы Советы ҡарамағындағы Йәш закон булдырыусылар Палатаһы сайтында 2020 йылдың 16 апреленән дә һуңламайынса баҫтырыла.
Читайте нас: