Мораҙым
+27 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
6 Март 2020, 00:29

8 Марттағы байрам көндәрендә Башҡортостандың почта бүлексәләре нисек эшләй

Өфө почтамты байрам һәм ял көндәрендә почта бүлексәләренең эш графигы тураһында хәбәр итте.8 март – тотош республикала почта элемтәһе бүлексәләре өсөн ял көнө. Был көндә посылка, гәзит-журналдар таратылмай.

Өфө почтамты байрам һәм ял көндәрендә почта бүлексәләренең эш графигы тураһында хәбәр итте.

8 март – тотош республикала почта элемтәһе бүлексәләре өсөн ял көнө. Был көндә посылка, гәзит-журналдар таратылмай.
«Шәмбе, 7 мартта, почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй. Эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Дүшәмбе, 9 мартта, бүлексәләр йәкшәмбе графигы буйынса эшләй, — тип өҫтәне Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — Пенсия һәм пособиелар Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе менән килешеү буйынса таратыла».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 4 мартта пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе ваҡытынан алда таратыу башлана.
Фото:Akket.com
Читайте нас: