Термометрға ҡараһаң, аптырарһың, ҡайҙа ғинуарҙың ғәҙәттәге һыуыҡ көндәре? Быйылғы ҡыш һалҡын көндәрҙең булғаны ла юҡ бит. Алдағы көндәрҙә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?
Тәүге эш көнө синоптиктар 5 градус тирәһе һыуыҡ булыуын һәм ҡар яуыуын вәғәҙәләй. Йома ла сағыштырмаса йылы буласаҡ, һауа температураһы 6 градустан күтәрелмәйәсәк. Ял көндәре лә ошо температура һаҡланасаҡ. Төндә генә 7 градусҡа ҡәҙәр һыуытыуы ихтимал.
Дүшәмбе, 13 ғинуар, тағы ла йылытасаҡ, көндөҙ – 4; – 0 градус буласаҡ. Шишәмбе, 14 ғинуар, ошо һауа температураһы һаҡланасаҡ. Шаршамбы, 15 ғинуар, һауа температураһы – 6 градусҡа күтәреләсәк.