Район эшҡыуарҙарын 11 декабрҙә иртәнге 10-да З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә (адресы – Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 117 А) “Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең актуаль һорауҙары” кәңәшмәһе эшендә әүҙем ҡанашырға саҡырабыҙ.
Кәңәшмәнең үҙ аллы өлөшөндә Рәсәй һалым хеҙмәтенең 25-се һанлы инспекцияһы, “Эко-Сити” төбәк операторы, Эшлекле үҫеш район-ара үҙәге, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге, “Россельхозбанк”, “Сбербанк”, “Банк Уралсиб” йәмғиәттәре вәкилдәре менән тура аралашыу мөмкин буласаҡ.