Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
6 Декабрь 2019, 08:30

Балҡып торһон ауылыбыҙ!

Яңы йылды ҡаршылау һәм уға әҙерләнеү саралары сиктәрендә Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар, шәхси эшҡыуарҙар һәм халыҡ араһында конкурстар иғлан итә.

Яңы йылды ҡаршылау һәм уға әҙерләнеү саралары сиктәрендә Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар, шәхси эшҡыуарҙар һәм халыҡ араһында:
- офистарҙы, административ биналарҙы, торлаҡ йорттарҙы һәм улар янындағы территорияларҙы байрамса биҙәүгә;
- үҙәк майҙанда, ауыл мәҙәниәт йорто майҙанында һәм шәхси йорттар янында ҡуйылған иң матур боҙ һынға конкурс иғлан итә.
Ҡатнашыуға заявкалар 2019 йылдың 20 декабренә тиклем 2-10-14 телефоны буйынса ҡабул ителә.

Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте.

Читайте нас: