Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
1 Ноябрь 2019, 14:02

Алһыу – еңеүсе!

Алһыу – еңеүсе! 1 октябрҙән 31-енә тиклем беҙҙең “Мораҙым” гәзитенең рәсми төркөмөндә “Мин “районка”ға яҙылдым!” тип исемләнгән флешмоб үтте. Унда ҡатнашыу өсөн гәзит менән төшкән фотоны беҙҙең рәсми төркөмгә ебәрергә кәрәк ине. Иң күп лайк йыйған фотоһүрәт еңеүсе буласаҡ тигән шарттарҙа үткән бәйгегә байтаҡ ҡына кеше ҡушылды.

1 октябрҙән 31-енә тиклем беҙҙең “Мораҙым” гәзитенең рәсми төркөмөндә “Мин “районка”ға яҙылдым!” тип исемләнгән флешмоб үтте. Унда ҡатнашыу өсөн гәзит менән төшкән фотоны беҙҙең рәсми төркөмгә ебәрергә кәрәк ине. Иң күп лайк йыйған фотоһүрәт еңеүсе буласаҡ тигән шарттарҙа үткән бәйгегә байтаҡ ҡына кеше ҡушылды.
Беҙҙең баҫманы күп йылдар алдырып, яратып уҡыған әүҙем гәзит уҡыусылар флешмобҡа ихлас ҡушылды. Улар араһында Мәҡсүт ауылында йәшәүсе 93 йәшлек Кәримә инәй Илешеваны күреүебеҙгә бик шат булдыҡ, “Гәзитте күҙлекһеҙ уҡыған, яҙҙырмаһаң асыуланып, әрләп гәзиткә яҙылырға ҡушыусы” инәйебеҙгә “афарин”дан башҡа ни әйтәһең.
Гәзитебеҙҙең күптәнге тоғро дуҫы - Юлдыбай ауылынан 86 йәшлек Ҡәмәрә инәй Хоҙайғолова ла беҙҙең гәзит менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. “Ғүмер буйы “Мораҙым”ды алдырған һәм яратып уҡыған әсәй, өләсәйебеҙ һеҙҙең гәзит аша хәҙер ейәнсәрҙәрендә, бүләсәрҙәрендә башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй” тип яҙып ебәргән Ҡәмәрә инәй тураһында яҡындары. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙемлеге менән күп йәштәргә өлгө булған активист инәйҙе ҡеүәтләп, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп, комментарий ҡалдырыусылар ҙа байтаҡ булды.
Мәҡсүт ауылынан Хәлиҙә Бикҡоловаға еңеү яулар өсөн саҡ ҡына лайктар етмәне, әммә уны ҡеүәтләүселәр, “Алға, Хәлиҙә Хәйҙәр ҡыҙы!”, “Еңеү теләйбеҙ!”, “1000 һумлыҡ сәйҙе бергәләп эсербеҙ” тип яҙыусыларҙың күп булыуы беҙҙең генә түгел, уның да күңелен күтәргәндер.
Шулай итеп, октябрь үтеп тә китте, ҡыҙыу ғына барған бәйгегә йомғаҡ яһар ваҡыт етте. Беҙҙең бәйгелә иң күп тауышты Ерекленән Алһыу Бәширова йыйҙы һәм район үҙәгендәге сауҙа йортона 1000 һумлыҡ сертификат отто. Алһыуҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ, ә акцияла әүҙем ҡатнашыусыларыбыҙҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм еңеүгә саҡ ҡына барып етә алмағандарға бошонмағыҙ, тибеҙ, беҙ әленән-әле яңы акция, флешмобтар иғлан итеп торорбоҙ, бәлки уларҙа бәхет тап һеҙгә йылмайыр.
Читайте нас: