-5 °С
Болотло
«Дәүләт байрамы алдынан, шәмбе 2 ноябрҙә, бөтә почта бүлексәләре билдәләнгән график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, — тип хәбәр итте Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса иадаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — 4 ноябрҙә — Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә гәзит-журналдар таратылмай, почта йәшниктәренән хаттар алынмай. Ял һәм байрам көнө өсөн пенсия, пособие Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән килешеү буйынса таратыла».