Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
24 Октябрь 2019, 18:50

Йырлап йәшәйек әле!

Әлеге мәлдә районыбыҙҙа “Йырсы ауыл” конкурсы бара. Шул сәбәпле, 16 октябрҙә беҙҙең ауыл мәҙәниәт йортонда йыр-моң һөйөүселәр йыйылды.

Йыр - кешенең юлдашы,

Йырлай алыу бик яҡшы.

Берәү йырлай эшендә,

Берәү йырлай төшөндә.

Берәү күңеле тулғанда,

Берәү эше уңғанда.

Берәү йырлай ҡыуанып,

Берәү йырлай оялып.

Берәү йырлай хис менән,

Берәү йырлай көс менән.

Нисек кенә булһа ла

Насар түгел моңайыу.

Йырлай белмәгән кеше

Бәхетһеҙҙер, моғайын,

тип яҙған йыр тураһында шағир Фәнис Яруллин. Эйе, бик дөрөҫ яҙылған. Кеше бала ваҡытынан уҡ әсәй-өләсәйҙәренең бишек йырҙарын тыңлап үҫә. Үҫә-үҫә үҙе лә йыр-моң иленә сума. Тәбиғәттән бирелгән һәләтле балалар ҙур сәхнәләргә лә сығып китә. Йыр – кешенең бала сағынан алып һуңғы ғүмеренә ҡәҙәр айырылмаҫ юлдашы. Моң яратҡан кеше нескә күңелле, мәрхәмәтле була, кешеләрҙе ярата, сит ерҙәрҙә йәшәгәндә лә тыуған яғын һағынып йырлап ала, йомшаҡ бәғерле, кешеләргә ярҙамсыл, мәрхәмәтле була. Кеше йырһыҙ йәшәй алмай. Йыр ҙа йырлаусыһы булғанда мәңге йәшәй. Һәр халыҡтың үҙ йыры, үҙ моңо, уйын ҡоралдары бар. Хоҙай һәр кешегә үҙенсә талант биргән. Шағирҙар үҙҙәренең уй-кисерештәрен шиғри юлдарға һалһа, композиторҙар шиғырҙы көйгә һалалар . Шулай итеп йыр тыуа.


Халҡыбыҙ сәхнәлә генә түгел, юлда йөрөгәндә, эшләгәндә, өмәләрҙә лә йырлай. Ҡаҙ өмәләре, дебет өмәләре нисек йырһыҙ үтһен инде! Хәтеремдә: урманда иптәшем Миңнәхмәт менән бесән сабабыҙ. Бер ваҡыт иптәшемсалғыһын ситкә ҡуйып, урман яңғыратып “Иҫке ҡарурман”ды йырлап ебәрҙе. Беҙҙән йыраҡ түгел Фәниә апай малайҙары менән бергә бесән саба икән. Улар ҙа эштән туҡтап, бакуй өҫтөнә ултырып, рәхәтләнеп йыр тыңланылар.

Әлеге мәлдә районыбыҙҙа “Йырсы ауыл” конкурсы бара. Шул сәбәпле, 16 октябрҙә беҙҙең ауыл мәҙәниәт йортонда йыр-моң һөйөүселәр йыйылды.

Халҡыбыҙҙың йыр-моңға булған мөхәббәте тураһында Ниғмәтулла Ваһапов һөйләп үтте. Пенсионер Әкрәм ағай Ҡорбанаев гармунында һыҙҙырып халыҡ көйҙәрен уйнаны.

Йыр-моңдо башҡалар күңеленә үтеп инерлек итеп башҡарыусылар шаҡтай күп булды: Фәрәһиә Вәлитова, Зилә Рәхимова, Фәйрүзә Искәндәрова, Ниғмәтулла Ваһапов, Наилә Вәлитова, Фәнүзә Хәйбуллина, Зәйтүнә Заһирова, Фәриҙә Шәрипова, Вәсимә Вәлитова һ.б. Фәрәһиә башҡарған мөнәжәттәрҙе халыҡ тын да алмай тыңланы тиһәм, дөрөҫ булыр.

Күгәрсен урта мәктәбенең “Ләйсән” вокаль ансамбле башҡарыуында ветеран уҡытыусы Зөлфиә Хәйбуллина ижад иткән “Күгәрсенем” йыры, Сирбай ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбленең мөнәжәте, ветеран уҡытыусы Асия Вәлитова һүҙҙәренә таҡмаҡтар, Семиречье ауылынан килгән Рая Корнева һәм Наташа Васильеваларҙың сыуаш һәм рус халыҡ йырҙары, йыр һөйөүсе ғаилә Зимфира һәм Рәмил Якиевтарҙың сығыштары бик уңышлы булды.

Гармунда, баянда уйнап йырлаусы Илһам, Шәүҡәт, Мөхәммәт Шәриповтар, Рәфис Китиков, Лилиә Фәтҡуллиналарҙың сығыштарын, гармунсылар башҡарған халыҡ көйҙәренә теҙмәне лә тамашасылар оҙаҡ алҡышланылар.

Залдағылар йырҙарҙы тыңлап ҡына ултырманылар, ҡушылып йырланылар. Шәмсиә апай Шәрипова, Әсмә апай Моратова моңло тауыштары менән халыҡ йырҙарын башҡарҙылар.


Концертты бергәләп “Бүләк”йырын йырлап тамамланыҡ. Клуб эшсәндәре Зәйҙә Хәйбуллина менән Әлифә Шәриповалар сараны бик матур ойошторғандар. Байрам тамамланыр алдынан ауыл хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин кисәнең юғары рухта үтеүен билдәләп, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, кисәлә ҡатнашыусыларға, сәхнә оҫталарын алҡышлап, уларға көс биреп ултырыусы тамашасыларға ысын күңелендән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Алдағы көндәрҙә лә йылдар тыныс булып, иҫәнлектә-һаулыҡта, дуҫтар-туғандар менән матур итеп йырлашып, күңелле итеп аралашып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә яҙһын.

Зөлфиә ХӘЙБУЛЛИНА.

Күгәрсен ауылы.





Читайте нас: