Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
14 Октябрь 2019, 23:21

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм ҡойма ямғырҙар тураһында иҫкәртә

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм ҡойма ямғырҙар тураһында иҫкәртә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығына һылтанып хәбәр итеүенсә, 14 октябрҙән киске сәғәт 8-ҙән алып 15 октябргә киске 8-гә тиклем төбәктә болотло һауа торошо көтөлә.

newsbel.by
newsbel.by
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығына һылтанып хәбәр итеүенсә, 14 октябрҙән киске сәғәт 8-ҙән алып 15 октябргә киске 8-гә тиклем төбәктә болотло һауа торошо көтөлә.
Төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ ямғыр, көньяҡта көслө ямғыр. Ел көнбайыштан, тиҙлеге секундына 9-14 метр, көндөҙ көсәйгәндә 15-20 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +1,+6, көндөҙ +6,+11 градус.
Төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге — 500-1000 метр. Көндөҙ юлдарҙың айырым участкаларында ямғыр яуғанда 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Бофорт шкалаһы буйынса, елдең секундына 17-20 метр тиҙлектә иҫеүе – «дауыл». Ошондай ел иҫкәндә ағастарҙың ботаҡтары һына. Бындай һауа торошо һыу транспорты төрҙәре өсөн хәүефле.
Читайте нас: