Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
8 Октябрь 2019, 12:14

Тантаналы сараларға рәхим итегеҙ!

Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтар!Республика көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтар!
Республика көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Программала:
9 октябрҙә 9 сәғәт 30 минутта Мораҡ ауылында яңы өс ҡатлы йортто асыу тантанаһы;
10.00 – 10. 05 - Дан аллеяһындағы “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә сәскәләр һалыу;
10.05 – 11.00 - район мәҙәниәт һарайында тематик майҙансыҡтарҙы, күргәҙмәләрҙе ҡарау;
9.00 – 11.00 – район мәҙәниәт һарайында гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторола, был көндө район гәзиттәренә яҙылыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла;
11 сәғәттән – район мәҙәниәт һарайында тантаналы сара.
10 октябрҙә 10 сәғәттән Ҡалдар урта мәктәбендә ир-егеттәр араһында, Мораҡ район мәҙәниәт һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса район ярыштары;
10 октябрҙә иртәнге 10 сәғәттән район мәҙәниәт һарайында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында армреслинг буйынса район ярыштары.
11 октябрҙә иртәнге 10-дан “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы, сәнәғәт предприятиелары һәм ауыл оҫталары ҡатнашлығында байрам йәрминкәһе;
11 октябрҙә 10 сәғәттән З.Биишева исемендәге паркта “Самауыр байрамы”.
Рәхим итегеҙ!
Читайте нас: