Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
26 Сентябрь 2019, 18:20

Федераль льготалыларға 1 октябргә тиклем социаль хеҙмәттәр йыйылмаһының формаһын һайларға кәрәк

Йыл һайын 1 октябргә тиклем федераль льготалар менән файҙаланыусылар икенсе йыл ниндәй социаль хеҙмәттәр менән файҙаланасағын (натураль формала йәки аҡсалата) билдәләргә тейеш.

Федераль льготалылар статусына эйә булған граждандар социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын натураль формала йәки аҡсалата алырға хоҡуҡлы. Шул иҫәптән ҡануниәт социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын тулыһынса йәки өлөшләтә аҡсаға алмаштырыуҙы күҙ уңында тота.

Рәсәй Пенсия фонды идаралығы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексә идарасыһы Фоат Хантимеров һүҙҙәре буйынса, йыл һайын 1 октябргә тиклем федераль льготалар менән файҙаланыусылар икенсе йыл ниндәй социаль хеҙмәттәр менән файҙаланасағын (натураль формала йәки аҡсалата) билдәләргә тейеш. Льгота алыуҙың ғәмәлдәге формаһын ҡалдырырға теләһәгеҙ, яңынан ғариза бирергә кәрәкмәй. Әгәр киләһе йылдың 1 ғинуарынан льготалар менән ҡулланыуҙың формаһын үҙгәртергә теләһәгеҙ, Пенсия фонды идаралығына ғариза бирергә кәрәк. Ғариза льгота менән файҙаланыусы үҙ фекерен үҙгәрткәнсе ғәмәлдә була. Пенсия фондының сайтында – www.pfrf.ru “Граждандың шәхси кабинетында” клиент хеҙмәтенә бармайынса интернет аша тейешле ғариза ебәрергә мөмкинлек биреүсе электрон сервис бар.

Социаль пакеттың хаҡы айына 1121, 42 һум тәшкил итә, шуның 863, 75 һумы – тейешле дарыу препараттары менән тәьмин итеүгә, 133, 62 һумы – шифахана-курортта дауаланыуға йүнәлтмә алыуға, 124, 05 һумы ҡала яны тимер юл транспортында йөрөүгә, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланыу урынына барыу һәм кире ҡайтыуға бүленә.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.


Читайте нас: