Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан “Ысын күңелдән ташламалар байрамы” акцияһы үткәрелә. Сарала түбәндәге эшҡыуарҙар: Мораҡ ауылынан Людмила Усманова - “Обновка” магазины, Ирина Дзюбо - “Золотое Руно” ательеһы, Александр Трифонов - “Фортуна” магазины, Зилә Фәхретдинова - “Шарм” магазины, Миңһылыу Байбулатова – “Айгөл” магазины, Алексей Самойлов – “Пчелка” магазины, Николай Юдкин – “Водолей” магазины, Эльвира Мырҙабулатова – “Каре” бөҙрәханаһы, Юлия Яҡшығолова – “Марго” бөҙрәханаһы ҡатнаша. 1 октябрҙә алда һанап үтелгән предприятиеларҙа оло йәштәге граждандарға пенсия таныҡлығы күрһәткән осраҡта үҙ тауарына йәки күрһәткән хеҙмәтенә ташлама яһаласаҡ.