Өлкәндәр буйҙы, ауырлыҡты, артериаль ҡан баҫымын һәм күҙ давлениеһын, глюкоза, холестеринды үлсәтә, спирография, ЭКГ үтә ала. Балалар өсөн дөйөм ҡан анализын алыу ойошторола, улар шулай уҡ динамометрия, пульсоксиметрия, смокелайзер үтә ала. Халыҡты психолог, медицина профилактикаһы кабинеты табибы, шулай уҡ Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табиптары: онколог, хирург, уролог, эндокринолог, терапевт, педиатр, кардиолог, стоматолог, офтальмолог, акушер ҡабул итә. Белешмә өсөн телефон: 2-06-85.