Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
4 Август 2019, 16:56

Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл булдырыуға конкурс иғлан ителгән

Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл булдырыуға конкурс иғлан ителгән Өфөлә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы генерал-майоры, дипломат, разведчик Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектын булдырыуға конкурс иғлан ителгән. Был хаҡта республиканың Мәҙәниәт министрлығында белдерҙеләр.ТУЛЫРАҠ-БЕҘҘЕҢ САЙТТА

Өфөлә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы генерал-майоры, дипломат, разведчик Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектын булдырыуға конкурс иғлан ителгән. Был хаҡта республиканың Мәҙәниәт министрлығында белдерҙеләр.

Һәйкәлде ҡуйыу урыны — Совет майҙаны биләмәһе. Бында парк булдырыу күҙаллана.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисаптары 2019 йылдың 26 авгусына тиклем «Рәсәйҙең рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһендә ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148. Телефон: 8 (347) 284-42-47.

Читайте нас в