Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
3 Август 2019, 20:53

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы старт алды

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы старт алды«Башинформ» агентлығының конференциялар залында кураторҙар һәм ойоштороусылар уның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

«Беҙ йәшәү рәүешен формалаштырабыҙ. Беҙ матур, төҙөк ауылдар, позитив әүҙемлек яҡлы», — тип белдерҙе «Айыҡ ауыл» проекты тураһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» республика республика конкурсы дауам итә, тип хәбәр итә "Башинформ"

«Айыҡ ауыл» конкурсының район этабына ғаризалар 15 авгусҡаса дауам итә. «Райондың айыҡ ауылы» исеменә дәғүә итеүселәр эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса саралар уҙғарырға, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш.
Икенсеһе — конкурстың республика этабы 2019 йылдың 1 сентябренән муниципаль райондар еңеүселәре араһында үткәрелә. Сараға йомғаҡ 30 ноябргә тиклем яһала, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Конкурстың республика этабына ғаризалар ҡабул итеү 1 декабрҙә башлана.
Быйыл ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙы әүҙемлек күрһәтеүҙәре, киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙә мәғлүмәт таратыуҙары буйынса ла баһалай. Социаль селтәрҙә айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән материалдарҙы баҫтырып сығарғанда #Трезвоесело2019 йәки #Айыҡауыл2019 хештегтарын файҙаланырға, Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәһен һәм муниципаль райондың исемен яҙырға кәрәк.
Конкурс еңеүселәренә Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата бүләк тапшырыла:
беренсе урын — 500 мең һум;
икенсе урын — 250 мең һум;
өсөнсө урын — 150 мең һум.
Конкурсты ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, муниципаль райондарҙың хакимиәттәре, ғаилә һәм хеҙмәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Бәйгенең шарттары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: