Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы 2019 йылдың 8 сентябрендәге һайлауҙарға әҙерлек һәм уны уҙғарыу менән бәйле һорауҙар буйынса 2019 йылдың 14 июненән 10 сентябренә тиклем “Ҡыҙыу линия”асты.
2019 йылдың 8 сентябрендә һайлау осоронда һайлаусыларға мәғлүмәт биреү һәм граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу һәм яҡлау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы 2019 йылдың 14 июненән 10 сентябренә тиклем күп каналлы 8- 800-0347 -5454 телефоны буйынса “Ҡыҙыу линия”уҙғара.
“Ҡыҙыу линия”ның эш ваҡыты:
14 июнь - 23 июль: эш көндәрендә 10.00-13.00, 14.00-17.00.
24 июль – 6 сентябрь: эш көндәрендә 10.00-дән 17.00-гә тиклем.
Ял көндәрендә 10.00-дән 14.00-гә тиклем.
7 сентябрҙә – 10.00-дән 18.00-гә тиклем,
8 сентябрҙә – 7.00-дән 21.00-гә тиклем,
9 һәм 10 сентябрҙә – 14.00-дән 17.00-гә тиклем.
Ҡабул ителгән һорауҙарға хәл иткес тауышҡа хоҡуҡлы БР Үҙәк һаулау комиссияһы ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирәсәк.