Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һин дә даланыңды һынап ҡара

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге бүләк уйнатыуҙы дауам итә. “Районка”ларҙы даими уҡып барыусылар “Аҙна һайын бүләк от!” акцияһы тураһында яҡшы белә. Гәзиткә яҙылыу мәлендә баҫма алдырырыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында уҙғарылған был сараның еңеүселәре 15 майҙа уҙған сираттағы уйында үҙҙәренең бүләктәрен алып ҡыуанды ла инде.

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге бүләк уйнатыуҙы дауам итә. “Районка”ларҙы даими уҡып барыусылар “Аҙна һайын бүләк от!” акцияһы тураһында яҡшы белә. Гәзиткә яҙылыу мәлендә баҫма алдырырыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында уҙғарылған был сараның еңеүселәре 15 майҙа уҙған сираттағы уйында үҙҙәренең бүләктәрен алып ҡыуанды ла инде. Шулай итеп, был аҙнала “Мораҙым” гәзите еңеүселәре – Мораҡтан Василий Смирнов (һут өсөн кувшин), Наил Мозафаров (салат өсөн һауыттар), Бикестән Әлфир Ишемғолов (һауыттар йыйылмаһы), Исемдән Мәрзиә Хәмзина (сәйгүн) менән Шәмғиә Ишкилдина (сәй сервизы). “Кугарчинские вести” гәзитен алдырыусылар араһында Мораҡтан Миңләхмәт Сәлихов, Һарытау утарынан Юрий Харитонов, Йомағужанан Г.Нәзиров менән В.Ҡаранаева, Мораҡтан З.М.Рөстәмова шундай уҡ бүләктәргә лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).

Күреүегеҙсә, бүләк отоусыларҙың 2-һе -Исем, 2-һе Йомағужа ауылынан. Гәзиткә яҙылған ауылдаштарының квитанция күсермәләрен беҙгә ебәргән почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә “афарин” тиергә генә ҡала!

Ҡалғандарҙың иһә хәтеренә төшөрәбеҙ: “районка”ларға ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанция күсермәһен беҙгә – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса алып килгән йәки хат аша ебәргән һәр кем бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Төп бүләк – телевизор!

Киләһе сара 22 майҙа уҙасаҡ.

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге.


Читайте нас: