Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
14 Март 2019, 14:35

Информацион белдереү

2014 йылдан “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы продукцияһы, сырьеһы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” дәүләт программаһының “ Башҡортостан Республикаһының ауыл территорияларының тотороҡло үҫеше” подпрограммаһы эшләп килә. Ул ауыл ерендә йәшәүсе граждандарҙың , шул иҫәптән йәш ғаиләләлр һәм белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

2014 йылдан “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы продукцияһы, сырьеһы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” дәүләт программаһының “ Башҡортостан Республикаһының ауыл территорияларының тотороҡло үҫеше” подпрограммаһы эшләп килә. Ул ауыл ерендә йәшәүсе граждандарҙың , шул иҫәптән йәш ғаиләләлр һәм белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Программала ҡатнаша алалар:
- йәшәгән урыны буйынса ауыл ерендә эшләүсе 35 йәштән өлкән граждандар;
- агросәнәғәт комплексында хеҙмәт килешеүе буйынса эшләүсе (ғаиләнең бер ағзаһы) йәки шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыусы, ауыл ерендә социаль өлкәлә (төп эш урыны) эшләүсе 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр һәм белгестәр.
Граждандар, шул иҫәптән йәш ғаиләләр һәм белгестәр социаль түләүҙе алырға хоҡуҡлы, әгәр:
- ауыл ерендә даими йәшәһә (йәшәгән урыны буйынса теркәлеү мотлаҡ);
- хеҙмәт килешеүе буйынса эшләһә йәки ауыл ерендә шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге (төп эш урыны) алып барһа (социаль түләү – сарала ҡатнашыусыларҙың йыйылма исемлегенә индереү датаһына бер йылдан кәм булмаған өҙлөкһөҙ эш стажы булһа);
- торлаҡты төҙөү (һатып алыу) хаҡының 30 проценттан кәм булмаған суммаһы үҙеңдең һәм (йәки) алып торған
аҡсаларҙы тәшкил итергә тейеш;
- граждандар йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылыуға тейеш.
Граждандарҙы йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип таныуҙы район хакимиәте Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кондексының 51-се статьяһына нигеҙләнеп башҡара.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылған, үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға теләк белдереүсе һәм Ҡағиҙәләр шарттарына тап килеүсе граждандар, йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр билдәләнгән форма буйынса яҙылған ғариза һәм кәрәкле документтар менән район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар бүлегенә: Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 15, 2-се бүлмәгә мөрәжәғәт итә ала.
Ауыл ерендә йәшәүсе граждандарға, шул иҫәптән йәш ғаиләләргә һәм йәш белгестәргә торлаҡ төҙөү (һатып алыу) өсөн социаль түләү биреү тәртибе һәм шарттары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2015 йылдың 20 февралендәге 49-сы һанлы ҡарары менән раҫланған Ауыл ерендә йәшәүсе граждандарҙың, шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙең һәмйәш белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары бюджетына субсидия биреү һәм бүлеү ҡағиҙәләре менән билдәләнгән (киләсәктә үҙгәрештәр менән).
Программа тураһында мәғлүмәт (ғариза формаһы, документтар теҙмәһе, шарттары) менән район хакимиәтенең рәсми сайтының - https://admkugarchi.bashkortostan.ru/- Эшмәкәрлек/ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ / Ауыл территорияларының тотороҡло үҫеше бүлегендә танышырға мөмкин.
Ул Программағаингән граждандарға хәбәр итәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 19 авгусындағы 451 –се һанлы ҡарары менән Программаға үҙгәрештәр индерелде.
Ҡағиҙәнең 2.19-сы пункты түбәндәге йөкмәтке менән тулыланды: “Башҡортостан Республикаһы райондарының хакимиәттәре йыл һайын 1 июлгә тиклем Программа сиктәрендә социаль түләү алыу юлы менән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға теләк белдергән граждандарға Ҡағиҙәләрҙең 2.17-се пунктында билдәләнгән документтарҙы тапшырыу кәрәклеге тураһында, шулай уҡ уларҙы тикшереү тураһында хәбәр итеү эшен ойоштора. Граждандарға хәбәр итеү мәғлүмәт алыу фактын һәм хәбәр алыу датаһын раҫлай алыу ысулы менән башҡарылырға тейеш”.
Граждан Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы хакимиәтенә Ҡағиҙәләрҙең 2.17-се пунктында билдәләнгәнсә, хәбәр алғандан һуң 1 ай эсендә документтарын тапшырмаһа, Башҡортостан Республикаһының муниципаль район хакимиәте ул гражданды Программала ҡатнашыусылар исемлегенән алып ташларға тигән ҡарар сығарыуға хоҡуҡлы.
Читайте нас: