“Мораҙым” гәзите Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арнап, “Күгәрсен районының күркәм 100 ғаиләһе” тип исемләнгән яңы проект тәҡдим итә. проектыбыҙ 25 йылдан 55 йылғаса, хатта унан да күберәк йылдар бергә татыу ғүмер иткән парҙар; күп балалы ғаиләләр; етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған оло йөрәкле кешеләр; һәр яҡлап әүҙем парҙар; шулай уҡ йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан башҡаларға өлгө булырлыҡ йәштәр өлгөһөндә ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалаясаҡ. Әйткәндәй, яҙмаларыбыҙ ғаилә ҡиммәттәрен, ғаилә институтын нығытыуға ғына ҡайтып ҡалмаясаҡ, шулай уҡ ҡайһы бер социаль проблемаларҙы хәл итергә лә ярҙам итәсәк.