ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева.
Өфөлә журналист, йырсы, композитор Нурия Абдуллинаға ярҙам итеү өсөн «Беҙ бергә!» хәйриә концерты ойошторола. Концерт 25 февралгә билдәләнгән.
«Бөгөнгәсә халыҡҡа үҙемдең сирем хаҡында белдерергә теләмәнем. Ҡайғы-хәсрәттәремде бер кемгә лә әйтмәйенсә, тешемде ҡыҫып еңергә өйрәнгәнмен, — тип яҙҙы Нурия Абдуллина. — Яҡындарым минең хәлемде белә ине. Артист дуҫтарым ярҙамында хәйриә концерттары ойошторҙоҡ. Береһенә барып, ике номер менән сығыш яһап ҡайттым. Ләкин икенсеһенә бара алманым, гастролдәр менән йөрөй алмаҫымды аңланым. Өҫтәүенә хәҙер миңә халыҡ күп йөрөгән урындарға сыҡмаҫҡа, аралашыуҙы сикләргә кәрәк. Үҙем аралашыусан кешемен, туғандарымды һәм кешеләрҙе яратам, уларҙы көн һайын күрәһем килә, һағынам, йәшәйһем килә... Һәр берегеҙҙән миңә ошондай мөмкинлек бүләк итеүегеҙҙе үтенәм...».