24 ғинуарҙа иртәнге 11-ҙән төшкө 1-гә тиклем район хакимиәтенең 20-се бүлмәһендә Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Родин Егор Владимирович шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итә.
Алдан яҙылыу 8(34789) 2-10-59 телефоны буйынса.
30 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Ейәнсура район-ара тәфтиш бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, юстиция капитаны А.Г.Антонов РФ Тәфтиш комитеты эшмәкәрлеге буйынса граждандарҙы ҡабул итә.
Ҡабул итеү Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында – Мораҡ ауылы, Совхоз урамы, 40 адресы буйынса үтә.
Алдан яҙылыу өсөн телефон: 8(34785) 2-16-76. Үҙең менән паспорт алырға.