Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
22 Ғинуар 2019, 17:52

Республикала “Ҡаргиҙәр” операцияһы үтә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 19 декабрендәге 1335-се һанлы ҡарарына ярашлы, 2019 йылдың 14 ғинуарынан 15 февраленә тиклем республикала “Ҡаргиҙәр” операцияһы үтә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 19 декабрендәге 1335-се һанлы ҡарарына ярашлы, 2019 йылдың 14 ғинуарынан 15 февраленә тиклем республикала “Ҡаргиҙәр” операцияһы үтә.
Сараны үткәреү Башҡортостан Республикаһының Гостехнадзор инспекцияһына, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәи экология министрлығына йөкмәтелде, БР буйынса ЮХХДИ идаралығына уны координациялау бурысы ҡуйылды.
Сараның төп бурыстары
- ҡаралған тәртип буйынса теркәлмәйенсә эксплуатацияла булған үҙ йөрөшлө машиналарҙы;
- кешенең һаулығына, ғүмеренә һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф килтереүсе боҙоҡ машиналарҙы;
- техник тикшереү үтмәгән транспорт сараларын асыҡлау;
- таныҡлығы булмайынса техникаға идара итеүселәрҙе асыҡлау һәм РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу.
Гостехнадзорҙың Күгәрсен районы буйынса инспекцияһы тарафынан үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмаларының техник торошон тикшереү буйынса маршруттар билдәләнде, шул маршрут буйынса транспорт сараларын эксплуатациялау ваҡытында һәм былтырғы техник күҙәтеү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, тикшереү үткәреләсәк.

Гостехнадзорҙың Күгәрсен районы буйынса инспекцияһы.
Читайте нас: