Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
15 Ғинуар 2019, 13:29

Ярҙамға саҡырыу – берҙәм номер буйынса

Халыҡ ғәҙәттән тыш килеп тыуған ваҡытта ярҙам һорап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тип аптырауға ҡала. Сөнки ундай хәлдәр тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡтында килеп сығыуы ихтимал. Әгәр кемгәлер медицина ярҙамы талап ителһә, йәки берәй аварияның, енәйәттең, янғындың шаһиты булһағыҙ, килеп тыуған проблема тураһында берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә – 112 һандары буйынса шылтыратырға була.

Халыҡ ғәҙәттән тыш килеп тыуған ваҡытта ярҙам һорап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тип аптырауға ҡала. Сөнки ундай хәлдәр тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡтында килеп сығыуы ихтимал. Әгәр кемгәлер медицина ярҙамы талап ителһә, йәки берәй аварияның, енәйәттең, янғындың шаһиты булһағыҙ, килеп тыуған проблема тураһында берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә – 112 һандары буйынса шылтыратырға була. 4 декабрҙә Башҡортостан Республикаһында 112 - берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтен сафҡа индереү тантанаһы үтте. Ярҙам һорап ҡайһы телефондан булһа ла 112 һандарына шылтыратҡан кеше, Өфө ҡалаһындағы Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә эләгә. Операторҙар тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм шунда уҡ һеҙ шылтыратҡан райондың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте менән тоташтыра.
Беҙҙең районда берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте (ЕДДС) Мораҡ ауылының Совхоз урамы, 40 адресы буйынса урынлашҡан, бөтәһе 7 кеше эшләй. Ойошма ғәҙәттән тыш хәл урынына шунда уҡ янғын, ашығыс ярҙам, газ хеҙмәттәрен, полиция һәм “антитеррор” подразделениеһын саҡырыу маҡсатында ойошторолдо. Бергә һәм берҙәм эшләгәндә генә улар ярҙамға мохтаждарға сифатлы ярҙам күрһәтә ала. Ауыр ваҡыттарҙа ярҙам һорап хеҙмәттең психологтарына мөрәжәғәт итергә мөмкин, улар башҡорт, рус, инглиз телендә заявкалар ҡабул итә. Шылтыратыуҙар бушлай, уны телефон иҫәбендә аҡса, сим-карта булмағанда ла башҡарырға була.

112 номеры “берҙәм тәҙрә” принцибында Рәсәй һәм Европа Союзы территорияһында эшләй. Бурысы - халыҡтың һаулығы һәм ғүмеренә хәүеф янағанда ашығыс ярҙам күрһәтеү, бәхетһеҙлеккә йәки һәләкәткә осрағанда, янғын сыҡҡанда, йәмәғәт тәртипһеҙлегенә юлыҡҡанда һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда матди сығымдарҙы кәметеү.
Ҡотҡарыусыларҙы (01), полицияны (02), ашығыс ярҙамды (03), авария газ хеҙмәтен (04) саҡырыу өсөн өйрәнелгән һандар әлегә үҙ көсөндә була. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, был яңылыҡҡа халыҡ ауырлыҡ менән өйрәнә. Ләкин, һәр кем – олоһо ла, кесеһе берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте һандарын белергә тейеш.

Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә (112) шылтыратҡан ваҡытта нимә эшләргә кәрәк
Килеп сыҡҡан хәл тураһында тыныс ҡына, асыҡ итеп аңлатығыҙ, үҙегеҙ менән таныштырығыҙ – фамилия, исем, атайығыҙҙың исемен һәм ваҡиға килеп сыҡҡан урынды (!) әйтегеҙ.
Әгәр һөйләшеү өҙөлһә, оператор һеҙҙең менән кире бәйләнешкә инергә тырышасаҡ.
Шылтыратыуҙарҙың бөтәһе лә теркәлеп бара, улар тураһында мәғлүмәт берҙәм базаға индерелә.

Радик ӘБДРӘХИМОВ,

Күгәрсен районының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте начальнигы.
Читайте нас: